+30 °С
Болотло


«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 11 октябрь — Республика көнө — Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән көнө.
2023 йылда байрам көнө — 11 октябрь шаршамбыға тура килә.
«Шишәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 11 октябрҙәге байрам — Республика көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.