

1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш башланды. Ул 31 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк. Беҙҙең төбәктә хеҙмәткә 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге дүрт мең кеше саҡырыласаҡ. Һәр ерҙә саҡырышлыш комиссиялары эшләй башланы. Армияға быйыл көҙөн саҡырылырға тейешле граждандар район саҡырылыш комиссияһы на килде, шулай уҡ Бишбүләк Хәрби комиссариатында медицина комиссияһы үтте. Быйыл октябрь — декабрь айҙарында беҙҙең райондан РФ Ҡораллы Көстәре сафтарына 20-нән ашыу кеше саҡырыласаҡ. Был хаҡта хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса хәрби комиссарҙың өлкән ярҙамсыһы Илгиз Нәғимов һөйләне.
— 2023 йылдың көҙгө саҡырылышына 2005 — 1996 йылда тыуған кисектереүҙәре һәм саҡырыуҙан азат булмаған Рәсәй Федерацияһы ир-ат граждандары эләгә. Республиканың йыйылыу пунктына беренсе оҙатыу 23 октябргә планлаштырылған. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар РФ Ҡораллы Көстәренең барлыҡ төрҙәрендә hәм хәрби частәрендә сәләмәтлек торошона һәм психологик һайлап алыу һөҙөмтәләренә ярашлы рәүештә хеҙмәт итeргә хоҡуҡлы.
Бишбүләктә 13 октябрҙә «Армияға саҡырылыусы көнө» сараһы планлаштырылған, унда район хакимиәте башлығы быйыл көҙөн хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы граждандарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырасаҡ. Улар өсөн мәҙәниәт һарайында концерт буласаҡ.
Наилә СӘБАӘХОВ А .
Автор фотоһы.