

Тәрбиәсе ярҙамсыһы йәки няня һөнәрен бушлай алыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итә, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Уҡытыу “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") “Мәшғүллеккә ярҙам” федераль проектына ярашлы башҡарыла.
Был һөнәр эйәләре балалар баҡсаларына һәм башҡа учреждениеларға бик кәрәк. Бушлай уҡыу мөмкинлегенән файҙаланыу өсөн “Работа России” порталына ғариза бирергә кәрәк.
Ике программа буйынса ла уҡыу 72 сәғәт тәшкил итә. Дәрестәр дистанция технологияларын ҡулланып та ойошторола.
- Эшһеҙҙәр, тәүге тапҡыр эш эҙләүселәр, эштән бушатыу янаған хеҙмәткәрҙәр, йәш әсәйҙәр һәм башҡа категорияға ҡарағандар был курстарҙы үтә ала, - тип билдәләне Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Башинформ.
https://bashgazet.ru