Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
18 Октябрь 2023, 04:28

Илаттың бит, Зөлхизә...

Социаль селтәрҙә кескәй ҡыҙҙың быйылғы "Йөрәк һүҙе"ндә "Атай" исемле шиғыр һөйләүе тураһындағы видеояҙма киң таралыу алды. Кем ул был аҡыллы ҡыҙ?

Илаттың бит, Зөлхизә...Илаттың бит, Зөлхизә...
Илаттың бит, Зөлхизә...

Баланың сығышы залда ултырған һәр кемде тетрәндергән, ә күптәренең күҙҙәре йәшкә мансылған. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр, ысынлап та, бер кешене лә битараф ҡалдырмай шул. 

Был сығыш тураһында Зөхизәнең әсәһе Асия Йосопова уртаҡлашты.

 “Бара алмайбыҙ инде, ҡыҙым”, - тип Зөлхизәгә өндәшәм, сөнки биш йәшенән “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашып, Өфө ҡалаһында үткәрелгән шиғри бәйгене ҡалдырмай, һәр сығышты кескәй йөрәге аша үткәреп көтөп ала. Өндәшмәне, шым ғына янымдан китеп барҙы, йыуатырлыҡ һүҙ таба алманым... Көтмәгәндә телефондан яғымлы тауыш яңыраны - “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова шылтыратып, Зөлхизәне ҡунаҡ булараҡ бәйгегә саҡырҙы. Шатлыҡтан йөрәк ярһып тибә, күҙҙән йәштәр тәгәрәй, ҡыҙым менән ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ...” – тип яҙҙы ул.

Шиғырҙы һөйләгән Зөлхизә Йосопова - Инйәрҙәге 2-се мәктәптең IV класс уҡыусыһы. Алты йәштән үҙе ныҡышып I класҡа уҡырға барған. Уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Шиғри йөрәкле был баланың исеме хәҙер Белорет районында ғына түгел, республикала танылыу алды.

Зөлхизә биш кенә йәшендә Инйәрҙә ойошторолған "Йөрәк һүҙе" төбәк конкурсында ҡатнашып, проект авторы Наилә Сәфәрғолованы һәм тамашасыларҙы һоҡландыра. Шунан бирле Өфөлә үткән бер тамашаны ла ҡалдырмай. Әсәһе Асия Рим ҡыҙы менән йыл һайын баш ҡалаға килеп ҡарайҙар. 

– Әсәй, быйылғы бәйге бигерәк йөрәкте ауырттырҙы, ибет, – ти һуңынан Зөлхизә. – Һуғышта ҡатнашҡан атайҙарҙың да йөрәктәре бөткән бит инде, һуғыш тамамланып, өйҙәренә ҡайтҡас, улар ниндәй булыр икән?..

Шулай ололарса фекер йөрөтә беҙҙең Зөлхизә.

Быйылғы “Йөрәк һүҙе” һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле ҡиммәттәр - “Әсәлек һәм илһөйәрлек” темаһына арналды. Һәр сығыш яһаусыны тамашасылар дәррәү алҡыштар менән оҙатты. Бәйгелә йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы айырыуса шатландыра. Бигерәк тә үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы уҡыуҙары күңелгә ятты.

Милли рух менән һуғарылған “Йөрәк һүҙе” киләсәктә лә йәшәһен. Әлеге ауыр ваҡытта был проект үҙенең кәрәк булыуына тағы ла инандырҙы.

Фото һәм видеояҙма: vk.com, Наилә Сәфәрғолованың сәхифәһенән.

Рәмилә Мусина
Илаттың бит, Зөлхизә...
Илаттың бит, Зөлхизә...
Автор:
Читайте нас