Ана нисек минең юлдарымаҺары йондоҙ һибә ҡайындар.Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!Һин иманым минең, ҡәҙерлем,Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,Һиндә булһын йылы ҡәберем.Кешеләрҙән уңдым. Улар минеӨйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙеҠаҙып тормай ғына ҡапҡаны.Яуҙарымдан уңдым. Еңеү килде,Килде һәләкәттәр сигендә.Яраларҙан уңдым. Көн элгәреАлып китмәнеләр «тегендә».Бара торғас исемемдән уңдым:Кеше алдында кәм-хур итмәне.Һәм холҡомдан уңдым: илертмәнеМаҡтауҙарҙың татлы икмәге.Күп нәмәнән уңдым.Рәхмәт һеҙгә,Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.Минән уңды микән бүтәндәр?1969 ел
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.
Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.
Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡаҙып тормай ғына ҡапҡаны.
Яуҙарымдан уңдым. Еңеү килде,
Килде һәләкәттәр сигендә.
Яраларҙан уңдым. Көн элгәре
Алып китмәнеләр «тегендә».
Бара торғас исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым: илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.
Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
1969 ел