Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
18 Октябрь 2023, 19:01

Илеш меценаты үҙенең тыуған яғында иман йорто төҙөй

Был сауаплы эш «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарыла. 

Илеш меценаты үҙенең тыуған яғында иман йорто төҙөйИлеш меценаты үҙенең тыуған яғында иман йорто төҙөй
Илеш меценаты үҙенең тыуған яғында иман йорто төҙөй

Илеш районының Дөмәй ауылы уртаһында яңы «Әл-Малик» мәсете һалына башлаған. Уны ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Рабис Сәлихов төҙөтә.

Проект буйынса, төҙөлөп ятҡан мәсеттең формаһы мосолман донъяһының төп ғибәҙәтханаһы Ҡәғбә мәсетен хәтерләтә. Майҙаны – 225 квадрат метр. Бейек манара башында ярымай урынлашҡан. Иман йорто мосолман традициялары буйынса аҡ, йәшел, алтын төҫтәр менән биҙәлгән. Сәскәле һәм геометрик келәмдәр йәм өҫтәй. Мәсет бер юлы 15 ҡунаҡты ҡабул итә ала. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2021 йылдың февралендә эшләй башланы. Республикабыҙ ауыл-ҡалаларында тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙең тыуған төйәген төҙөкләндереүе төп маҡсат итеп ҡуйыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-16/metsenat-iz-bashkirii-stroit-na-svoey-maloy-rodine-mechet-pohozhu-na-glavnyy-hram-kaabu-3480596

Илеш меценаты үҙенең тыуған яғында иман йорто төҙөй
Илеш меценаты үҙенең тыуған яғында иман йорто төҙөй
Автор:
Читайте нас