Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы эштәр йылы
19 Октябрь 2023, 11:01

«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто

Балалар баҡсаһы үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте.   

«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто
«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто

Балалар баҡсаһы — бала саҡтың бәхетле өлөшө, ул ғүмерлеккә иҫтe ҡала. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 13 йылдың 9 октябрендә асылды. Ҙур яҡты бина, иркен төркөмдәр, педагог-психолог, уҡытыусы-логопед, информатика кабинеттары, музыка hәм физкультура залдары, аҙыҡ-түлек, медицина блоктары заманса талаптар буйынса йыһазландырылған.

Был йылдарҙа балалар баҡсаһы формалашыу ғына түгел, педагогик тәжрибә туплау, эш сифатын күтәреү, ижади эҙлeнеү, матди-техник базаны яҡшыртыу юлын да уҙҙы. Балалар баҡсаһында мәктәпкәсә белем биреүҙең ҡабатланмаҫ системаһы эшләй, уның маҡсаты — мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һәр яҡлап тәрбиәләүҙе, уҡытыуҙы hәм үҫтереүҙе тәьмин итеү.

Белем биреү процесы заман талаптарын иҫәпкә алып, инновацион педагогик технологиялар ҡулланып төҙөлә   hәм балаларҙың ихтыяждарын hәм мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала. Балалар баҡсаһында белем биреүҙе сифатлы үҫтереүҙең бер йүнәлеше булып өҫтәмә хеҙмәттәр тора. Учреждениела биш балалар түңәрәге эшләй, унда ҡыҙыҡлы формаларҙа мәктәпкәсә йәштәге балалар уҡырға өйрәнә, үҙҙәренең физик сифаттарын үҫтерә, финанс грамоталылығы элементтары менән таныша, рәсем эшсәнлегендә үҙ оҫталыҡтарын нығыта.

Бөгөн «Умка» балалар баҡсаһында ете төркөм эшләй, унда йәш ярымдан алып ете йәшкә ҡәҙәр 40 кескәй бала бар. Көн һайын балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың тормошон яҡты hәм бай итә. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре В.Д. Акимова, А.М. Романова, Р.Х. Хисамова, Л.П. Гаврилова, О.В. Павлова, Е.Л. Алексеева, С.В. Макеева, Г.И. Исаева, Г.В. Биктимерова һәр баланың йөрәгенә юл таба белә. Музыка етәкселәре Г.В. Хeкимова, И.Р. Кәбирова балаларҙың  ижади һәләтен аса. Педагог-психолог Р.Р. Шeйәхмәтова балалар баҡсаһындағы балаларҙың тормошон уңайлы hәм көйлө итә. Уҡытыусы-логопед С.С.

Әhлетдинова балаларҙы дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшергә өйрәтә.

Физик культура буйынса инструктор Н.П. Матвеева физик культураға hәм спортҡа мөхәббәт тәрбиәләй. Тәрбиә-белем биреү процесында Ф.Р. Хәкимуллина, Л.Т. Ғатауллина, Л.Т. Мөлөкова, Г.А. Әхмәтова, С.Т. Белоногова, А.Ф. Ғәббәсова, Р.Р. Гәрәева, шәфҡәт туташы Р.М. Вилданова hәр тәрбиәләнеүсенең һаулдығын күҙәтеп тора.

Беҙҙең ашнаҡсылар Г.Н. Сергеева, Г.Н. Исмәғилева hәм М.В. Степанова балаларыбыҙҙы ҡайнар, файҙалы hәм тәмле ризыҡ менән тәьмин итә. Балалар баҡсаһы бинаһында hәм уның территорияһында А.В. Васильева, И.Г. Иванова heм В.В.Федорова, З.М. Әсәҙуллин, С.А. Николаев, В.П. Романов, А.Г. Митрофанов тәртип урынлаштыра hәм таҙа тота.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр — ысын һөнәрмандар. Сөнки тап бына улар иң эш һөйөүсән, ижади, барлыҡ оҫталар, эш өсөн яуаплы, балаларҙы ысын күңелдән яратыусы кешеләр. Коллективтың берҙәм, намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһе булып ата-әсәләрҙең рәхмәтендә сағыла. Балалар баҡсаһында эшләүҙе еңел, тип әйтеп булмай, әммә үҙҙәрен балаларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған кешеләрҙең эше ҙур хөрмәт уята. Изгелекле эшкә — үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшөбөҙ өсөн балалар баҡсаһындағы hәр хеҙмәткәргә ысын кyңелдән рәхмәт! Бындай коллектив менән «Умка» балалар баҡсаһын тағын күп уңыштар hәм ижади еңеүҙәр көтә.

Флүрә Вәлиева,

Бишбүләк ауылының «Умка» балалар баҡсаһы мөдире.

Автор фотолары.

«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто
«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто
«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто
«Умка» - кескәйҙәрҙең икенсе йорто
Автор:
Читайте нас