Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Октябрь 2023, 11:05

Башҡортостанда хәрби-патриотик фильм төшөрөлә

Режиссер Булат Йосоповтың ысынҙ хәл-ваҡиғалар нигеҙендә төшөрөлгән әҫәре Бөйөк Ватан һуғышы емаһын яҡтырта. 

Башҡортостанда хәрби-патриотик фильм төшөрөләБашҡортостанда хәрби-патриотик фильм төшөрөлә
Башҡортостанда хәрби-патриотик фильм төшөрөлә

Булат Йосоповтың «Фәрзәнә көнбайышҡа атлай» тигән хәрби-патриотик фильм төшөрөү башланды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Учалы үҫмерҙәре фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Украинаға 400 баш һыйырҙы ҡыуып алып киткән.

Әле фильмға әҙерлек бара. Уны 2024 йылдың февраль-март айҙарында төшөрә башларға уйлайҙар.

Сценарий авторы — драматург Баныу Ҡаһарманова, жанры — тулы метражлы нәфис тарихи фильм. Премьераны авторҙар 2025 йылдың 9 майына планлаштыра.

«Был фильм илебеҙ өсөн һынылышлы йылдарҙа совет тылы темаһын асыуы менән үҙенсәлекле, картина геройҙары — балалар. Тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың ҡаһарманлығына арнала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов.

Фильмды А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы менән берлектә төшөрәләр. Продюсерҙар Юнир Әминев, Леонид Филинов тамашасыларға ҙур өмөттәр бағлай.

Проект командаһы кастингты ике турҙа уҙғарырға әҙерләнә, беренсеһе онлайн булыр тип көтөлә. Унда һәр кем ҡатнашырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-13/bashkirskiy-rezhisser-bulat-yusupov-pristupaet-k-s-emkam-voenno-patrioticheskogo-filma-3477244

Башҡортостанда хәрби-патриотик фильм төшөрөлә
Башҡортостанда хәрби-патриотик фильм төшөрөлә
Автор:
Читайте нас