

Ауыл биләмәһен үҫтереү перспективалары, башҡарылған эштәр, ниндәй бурыстарҙы хәл итергә кәрәклеге тураһында Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Владимир Вдовин менән һөйләшәбеҙ.
- Владимир Владимирович, ауыл Советы эшенең төп асылы нимәлә? Һәм һеҙҙә ниндәй белгестәр эшләй?
- Беҙҙең эшебеҙ халыҡ тураһында ҡайғыртыуға ҡайтып ҡала. Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһенә һигеҙ тораҡ пункт керә: Яңы Биктәш, Сухоречка, Исаҡай, Моразым, Чегодай, Павловка, Муйыллы, Мелиссоновка ауылдары. 2023 йылдың ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1052 кеше иҫәпләнә.
Коллективта ни бары өс кеше – мин, эштәргә идара итеүсе Ирина Сабирова һалымдар буйынса белгес Анастасия Писарева. Китапханасы Галина Петрова беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Улар менән сүп йыйырға ла, буяу буярға ла өлгөрәбеҙ. Халыҡ рәхәт йәшәһен өсөн тырышабыҙ инде.
- Ауыл халҡы һеҙгә йышыраҡ ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә?
- Беҙҙең үҙәк канализация бар. Һәм мөрәжәғәттәр тап уның менән бәйле. Хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмалар юҡ һәм барыһын да үҙебеҙ башҡарабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауыл Советы эше түгел, шулай ҙа ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Яҡтыртыу һәм юлдарҙың торошо буйынса йыш мөрәжәғәт итәләр. Сүп мәсьәһе буйынса кешеләр йыш килә, барыһын да аңлатырға тырышабыҙ.
- Биләмәләрҙе төҙөҡкләндереү буйынса нимәләр эшләнде?
- Был йәһәттән күп кенә эш башҡарылды. Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур сигендәге Исаҡай ауылы янындағы стела яңыртылды. Ул 1967 йылда ҡуйылған, ваҡыт үтеү менән ул иҫкергән һәм бөтөнләй тутыҡҡайны. Беҙ уны яңырттыҡ, республика байрағы төҫтәренә буяныҡ. Яңы Биктәш ауылындағы Әүлиә ҡәбере өҫтөнә шәхси эшҡыуар ярҙамы менән көмбәҙ-мавзолей урынлаштырылды. Исаҡай ауылында аҫылмалы күпер төҙөкләндерелде.
Беҙҙә ике ҙур парк бар, береһендә - Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус мобилизацияла ҡатнашҡандар өсөн мемориаль яһарға ниәтләйбеҙ. Беҙ инде эш башланыҡ: юлдарға таш түшәнек, нарат үҫентеләре ултырттыҡ. Парк, ысынлап та, һоҡланырлыҡ. Икенсеһен, ауыл халҡы спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн, спорт паркы итергә теләйбеҙ. Ауыл халҡы беҙгә һәр яҡлап ярҙам итә. Ундайҙарҙы атап үтке килә: Раил Хөснөтдинов, Исаҡай ауылынан Марат Шәңгәрәев мәсетте төҙөкләндереү өсөн материалдар бирҙе. Таһир Әйүпов, Мәжит Садыҡов, Ринат Идрисов Мораҙым ауылында үҙ көстәре менән шишмәне төҙөкләндерҙе.
Район хәкимиәте башлығы Артур Зариповҡа һәм уның командаһына ҙур рәхмәтлебеҙ. Ауыл биләмәһе өсөн ике йөк машинаһы ҙур ярҙам булды. Хәҙерге ваҡытта барлыҡ ауыл юлдарына ҡырсынташ түшәлде, был эш район хәкимиәте һәм коммуналь-хужалыҡ һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары ярҙамы менән башҡарылды.
- Ауыл биләмәһен артабан да үҫтереү һәм киләсәккә пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
- Үҫеш перспективалары – экотуризм үҫеше. Артабан был йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ, сөнки беҙҙә иҫтәлекле урындар күп. Екатерина күперен ремонтларға, Чегодай ауылы янында табвныу урыны булдырырға ниәтләйбеҙ, сөнки бында ҡасандыр Троица сиркәүе булған. Шулай уҡ халыҡ Яңы Бикташтә мәсет һәм Сухоречка ауылында сиркәү төҙөүҙе һорай. Зираттарҙы ҡарап торабыҙ һәм парктар ҙа киләсәктә күркм төҫ алыр, тип ышанабыҙ. Ҡыҫҡаһы, ауыл биләмәһен төҙөкләндереүҙә урындағы халыҡ ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Әгәр ауыл йәшәргә теләй икән, ярҙам итергә кәрәк”.
Наилә Сәббәхова әңгәмәләште.
Владимир Вдовин фотолары.