Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
27 Октябрь 2023, 05:31

Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана

Башгидромет хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ҡапыл һыуытты, һауа температураһы республикала норманан 2-3 градусҡа түбәнерәк.

Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразланаБашҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана
Башҡортостанда епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел фаразлана

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5°.

Йома, 27 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ -4, +1° була.

Шәмбе, 28 октябрҙә, бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ -2, +3°.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас