

Был уңайҙан, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының үҫемлектәрҙе яҡлау буйынса әйҙәүсе агрономы Мөнәүәрә Сөләймәнова кәңәш бирә.
— Розаларҙы юҡҡа ғына баҡса батшабикәһе тип әйтмәйҙәрҙер. Был сәскәнең матурлығын шағирҙәр ҙә данлай. Розаны дөрөҫ тәрбиәләп, ваҡытында киҫеп, кәрәкле ашламалар керетеп торғанда, ул йәй буйы, унан инде көҙ башына ҡәҙәр һеҙҙе ҡыуандырып торор. Үҙ баҡсамда мин дә был сәскәләрҙе яратып үҫтерәм.
Розаны тәрбиәләүҙең 7 сере бар. Беренсеһе — уны ҡышҡылыҡҡа иртә ябырға ярамай. Ҡай берәүҙәр уларҙы ҡырау төшөр алдынан уҡ яба. Был осраҡта һеҙ үҫемлеккә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ирек бирмәйһегеҙ, ул һәләк буласаҡ. Күпселек розалар — 10 градусҡаса һыуыҡты еңел кисерә.
Икенсеһе — розаны иртә киҫмәгеҙ. Көҙ башында уҡ киҫеү үҫемлеккә яңы ботаҡтар формалаштырыуға ирек бирмәй. Был сәскәләрҙе ноябрь уртаһына ҡәҙәр киҫергә була. Һауа температураһы - 5 градус тирәһе булһа, тимәк, розаларҙы ҡышҡа әҙерләргә ваҡыт.
Өсөнсөһө — розаларҙы һыуыҡ көндә бөгөп, ҡышҡылыҡҡа япмағыҙ. Был осраҡта һындырыу ихтималлығы арта. Үҫемлекте сентябрь уртаһынан яйлап ҡына ергә эйелдерә башларға кәрәк. Ботаҡтарҙы ергә һалыу ҙа уларҙың сереүенә килтереүе ихтимал. Башта ылыҫлы ағас ботаҡтары, пенопласт, йәиһә башка берәй әйбер йәйеп, розаларҙы шунда һалығыҙ. Үҫемлекте ҡаплағанда кипкән бөтнөк, бәрхәт, йәки календула сәскәләренең ботаҡтарын ҡулланырға мөмкин. Уларҙың еҫе үҫемлекте кимереүселәрҙән һаҡлаясаҡ.
Дүртенсеһе — үҫемлекте ҡаплар алдынан бөтә япраҡтарын да өҙөп алырға кәрәк.
Бишенсеһе — розаларҙы ҡышҡа әҙерләгәндә, ҡояшлы көндө һайлағыҙ. Уның төбөн күмергә кәрәк. Бының өсөн торф һәм ҡом ҡушылмаһы - иң отошлоһо. Ҡайһы бер баҡсасылар роза төбөнә ағас онтағы (опилка) һала. Мин был ысулдан баш тартырға саҡырам, сөнки ағас вағы сереп, үҫемлектә ауырыуҙар барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
Алтынсыһы — розаларҙың тамырын ҡоро япраҡтар менән ябырға була, әммә уның үҙ япраҡтарын был осраҡта файҙаланыуҙан баш тартырға кәрәк.
Иң һуңғыһы — розаны полиэтилен, йәиһә рубероид менән ҡапларға ярамай. Был материалдарҙың аҫтында сәскә серейәсәк. Шуға үҫемлекте ябыу өсөн “лутрасил” тип аталған материалды ҡулланырға кәңәш итәм.
Розаларҙы көҙөн махсус ашламалар менән туҡландырғанда, ул һәйбәт ҡышлаясаҡ. Көл, тиреҫте лә роза сәскәләре ярата. Ауырып китмәһен тиһәгеҙ, роза өсөн махсус дарыуҙар бар. Уларҙы дөрөҫ ҡулланғанда ауырыу таралмаҫ. Тағы ла бер сер бар: роза сәскәләрен ни тиклем йышыраҡ киҫеп, букеттар эшләһәгеҙ, уның сәскәләре күбәйеп, һеҙҙе гел ҡыуандырып торор.
https://kiziltan.ru