Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
31 Октябрь 2023, 06:46

“Эшҡыуар әсәй” программаһы уңышлы эшләй

Ғаризалар һаны буйынса төбәктәр араһында лидерлыҡты Башҡортостан биләй. Унан 150-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Һайлап алыу туры үткәндән һуң, уҡытыуҙа 35 ҡатын-ҡыҙ эшҡыуар ҡатнашҡан.

“Эшҡыуар әсәй” программаһы уңышлы эшләй“Эшҡыуар әсәй” программаһы уңышлы эшләй
“Эшҡыуар әсәй” программаһы уңышлы эшләй

– Эшҡыуарлыҡты ирҙәр һөнәре тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ләкин “Эшҡыуар әсәй” программаһында ҡатнашыусылар бының киреһен иҫбатлай. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ҡыйыу рәүештә үҙҙәре булдырған бизнес-проекттарын тормошҡа ашыра. Министрлыҡ үҙ сиратында ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығын үҫтереүгә йүнәлтегән проекттарға артабан да ярҙам итәсәк, - ти Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

“Эшҡыуар әсәй” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

фото:"Башҡортостан" ДТРК-һы.

aulut.ru/articles

“Эшҡыуар әсәй” программаһы уңышлы эшләй
“Эшҡыуар әсәй” программаһы уңышлы эшләй
Автор:
Читайте нас