Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
1 Ноябрь 2023, 14:23

Мәктәптә hәм ғаиләлә педагог

Зөлфиҙә Муллағәлиева хеҙмәттәштәренең оло хөрмәтен hәм уҡыусыларының ҙур һөйөүен яулаған

Мәктәптә hәм ғаиләлә педагог
Мәктәптә hәм ғаиләлә педагог

Уҡытыусы... Ошо бәләкәй генә һүҙ ниндәй ҙур хис-тойғолар уята. Педагогтың эше иң хөрмәтле hәм шул уҡ ваҡытта ауыр хеҙмәттәрҙең береһе булып һанала. Зирәк  уҡытыусы ғына hәр уҡыусһы күңеленә асҡыс таба, кәңәшен бирә hәм ҡаҡшамаҫ  белем тәжрибәһен тапшыра ала…

Мәктәп йылдары хәтеренән hәр кеше үҙ уҡытыусыһын иҫкә ала. Һәм мин тормошомдағы иң хөрмәтле уҡытыусым тураһында, йәғни башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы Муллағәлиева тураһында һөйләргә теләйем. Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы — юғары категориялы уҡытыусы, Башкортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Ул үҙенең педагогик хеҙмәт юлын Айыт ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай, ә 1997 йылдан башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытырға тотона. 2004 йылда Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә эшен дауам итә hәм хеҙмәттәштәренең оло хөрмәтен hәм уҡыусыларының ҙур һөйөүен яулай. Дөйөм эш стажы — 32 йыл. Уҡыуҙа уңыштарға ирешеп, уҡыусылары шулай уҡ уҡытыусылары янына күп кенә ҡыҙыҡлы hәм ижади тyңәрәктәргә шатланып йөрөй. Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы етәкселегендә «Йәйғор» башҡорт фольклор ансамбле районда ла, республикала ла кyп кенә беренсе hәм призлы урындар яулай. «Йәш тыуған яҡны өйрәнеyсе» тyңәрәгендә балалар тыуған яҡтың мәҙәниәтен hәм тарихын өйрәнде, тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнденде, эксперттар тарафынан иғтибарһыҙ ҡалманы hәм призлы урындар яуланы. Театр тyңәрeгенә лә балалар рәхәтләнеп йөрөнө. Уҡыусылар бөгөн дә конкурстарға әҙерләнеүҙәрен ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала.

Зөлфиҙә Муллағәлиева yҙ ғаиләһе өсөн дә төп остаз hәм иң яҡшы педагог булып тора. Ире Ғаяз Мәхмyт улы менән бергә ул ике бала, йәғни беҙҙе, Илнур ағайым менән мине тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Беҙҙең өсөн иң ҙур илhам сығанағы hәр ваҡыт әсәйебеҙ булды, тормошобоҙҙа иң яҡшы уҡытыусыбыҙ... Мин уның дәрестәрендә үҫтем, уның эш оҫталығына, уңыштарына һоҡланып йәшәнем. Кескәй сағымда yҙемде уҡытыусы итеп кyҙ алдыма килтереп уйнай инем, әсәйем кеүек булырға теләнем. Хәҙерге ваҡытта уның эҙҙәре буйынса китеп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит тел (инглиз) hәм сит тел булараҡ рус теле, икенсе сит телдәр (ҡытай, немец) белгеслеге буйынса сит телдәр факультетын тамамланым. Бишбүләк ауылына ҡайтып, бында 3-сө урта мәктәптә инглиз телен уҡыта башланым. Төп остазым ярҙамы менән мин тормошта үҙ урынымды таптым! Мин уға быйылғы Педагог hәм остаз йылында рәхмәт әйткем килә. Педагогик хеҙмәтенән тыш, ул өй эштәренә лә өлгөрә, йәмғиәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә, шиғырҙар, йырҙар яҙа, йырлай, конкурстарҙа ҡатнаша. Һүҙ уңайынан, күптән түгел Ишембай ҡалаһында «Ретро-шлягер» йырҙар башҡарыусыларҙың икенсе асыҡ конкурсы уҙҙы, унда ата-әсәйебеҙ «Иң яҡшы дуэт» номинацияһында диплом алды.

Уильям Артур Ворд әйтеyенсә: «Уртаса уҡытыусы һөйләй. Яҡшы уҡытыусы аңлата. Бик яҡшы уҡытыусы күрһәтә. Бөйөк уҡытыусы рухландыра».

Илзидә МУЛЛАҒӘЛИЕВА,

Бишбүләк ауылы,

Автор фотоһы.

Мәктәптә hәм ғаиләлә педагог
Мәктәптә hәм ғаиләлә педагог
Автор:
Читайте нас: