Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
1 Ноября 2023, 05:43

Ялдар күңелле үтә!

Мәктәп уҡыусылары «Елкән» спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә булды.  

Ялдар күңелле үтә!Ялдар күңелле үтә!
Ялдар күңелле үтә!

Бишбүләк «Елкән» спорт һауыҡтырыу үҙәгендә был осорҙа айырыуса йәнлелек һиҙелә. Бында даими йөрөүселәргә хәҙер мәктәп уҡыусылары ла ҡушылды. Балалар өсөн бындай спорт үҙәгендә булыу – уғата һөйөнөслө. Кемдер бында күптән йөрөһә, икенселәр тәү тапҡыр аяҡ баҫа. Балаларҙы ҡаршы алған хеҙмәткәрҙәр иң тәүҙә уларға инструктаж үткәрҙе, сисенеү-кейенеү урындарын, йыйыныу бүлмәләрен күрһәтте. Артабан бассейнга кергәс, һәр кемгә жилет, башлыҡ, һыуҙа батмаҫ өсөн түңәрәктәр, ҡулсалар бирҙе. Малай һәм ҡыҙҙар йылымса һыуҙа кинәнеп йөҙҙө, һыу сәсрәтеп  уйнаны. Бындай һалҡынса көндә, бассейнда йөҙөүҙән дә рәхәте юҡтыр!   

https://vk.com/club125258211

Ялдар күңелле үтә!
Ялдар күңелле үтә!
Ялдар күңелле үтә!
Автор:
Читайте нас