Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
2 Ноября 2023, 03:47

Төшкө сәй янына..

Хужабикәләр, был юлы кәбеҫтәнән шарлотка әҙерләп ҡарайыҡ әле.

Төшкө сәй янына..Төшкө сәй янына..
Төшкө сәй янына..

Кәрәк буласаҡ:

он 200 грамм,
-кефир 150 мл,
-майонез 100 мл,
-йомортҡа 3,
-сода 0,5 балғалаҡ
-кәбеҫтә (0,5 кг) йәки 1,
- кишер -1, 
-самалап тоҙ.

Әҙерләү:
Йомортҡа, кефир, майонез, тоҙ һәм сода, онды бутайбыҙ - ҡоймаҡҡа бешергән кеүек шыйыҡ ҡамыр килеп сыға.

Кәбеҫтәне турайбыҙ һәм табала кишер менән ҡыҙҙырып алабыҙ, тоҙлайбыҙ һәм бер аҙ уксус (һеркә) йәки лимон һуты һибәбеҙ.
Кәбеҫтә йомшарғас, эслек әҙер була. 

Табаның төбөнә пергамен ҡағыҙы һалабыҙ йәки майлайбыҙ һәм он һибәбеҙ. Ҡамырҙың бер аҙын табаға ағыҙабыҙ (яртыһынан әҙерәк), тигеҙләйбеҙ. Артабан ҡамыр өҫтөнә тигеҙ итеп кәбеҫтә ҡатламы йәйәбеҙ, уның өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы һалабыҙ. 

Алдан йылытылған духовкаға ҡуябыҙ, өҫтө алтынһыу төҫкә ингәнсе тотабыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

https://vk.com/club42796408

Төшкө сәй янына..
Төшкө сәй янына..
Автор:
Читайте нас