

— Артур Амур улы, барлыҡ ауыл хужалығы культураларының уңышы инде амбарҙарҙа, ҡырҙарҙа төп эштәрҙе тамамланы. Ауыл хужалығы йылының башланғыс һөҙөмтәләре менән таныштырығыҙ әле.
— Районда ауыл хужалығы етештереүе менән төрлө милек формаһындағы 22 ауыл хужалығы ойошмаһы, 73 крәҫтиән (фермер) hәм 9 меңгә яҡын шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлләнә. Ағымдағы йылдың 9 айында райондың ауыл хужалығы тулайым продукцияһының күләме 2 млрд. 468 млн. 710 мең һум тәшкил итте, уҙған йылға ҡарата 93,90%. Yҫемлекселек тармағында тулайым продукцияның 54,6% алынды. Беҙҙең республика өсөн ҡоро йәй булды, әммә Бишбүләк районында был яҡтан барыһы ла яҡшы булды: ямғырҙар бер кемде лә рәнйетмәне. Һөҙөмтәлә, район аграрийҙары тотороҡло уңыш алды. Продукция етешреүҙе тәьмин итеү өсөн яҙғы иген культуралары сәсеү кондицион орлоҡтар менән үткәрелде. Яҙғы иген культураларҙың орлоҡтарын сортлап яңартыу hәм сортлап алыштырыу буйынса эш алып барыла. 1171,79 тонна минераль ашлама керетелде, уҙған йыл менән сағыштырғанда 16%ҡа күберәк. Ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәрен тейешле ҡарау ойошторолдо. Барлыҡ сәсеү майҙаны 81907 гектар, шуның иген культуралы — 50331 гектар, техник культуралар — 17107 гектар, аҙыҡ культуралары — 13866 гектар. Уҙған йыл район аграрийҙары 128 мең тонна уңыш йыйған ине. Уртаса уңыш гектарынан 18,1 центнер. Һуңғы 20 йыл күрһәткестәрен алһаҡ, был тотороҡло уртаса уңыш.
Йылдан-йыл «Родник» агрофирмаһы йәмғиәте (гектарынан 21,1 центнер), Киров исемендәге кооператив (гектарынан 20,5 центнер), Калинин исемендәге йәмғиәт (гектарынан 18,3 центнер), «Нива» агрофирмаһы йәмғиәте (гектарынан 17,8 центнер), «А7 Агро» йәмғиәте (гектарынан 17,5 центнер) алыуға ирештеләр. «Родник» Агрофирмаһы йәмғиәтендә ҡарабойҙай яҡшы булды — гектарынан 15 центнер. Шуныһын да билдәләп үтeргә кәрeк, республикала ҡарабойҙай сәселгән иң ҙур майҙандар беҙҙең районда (6380 га). Көнбағыш менән сағыштырғанда, әлеге культура үҙҡиммәте меән яҡшы табыш алырға мөмкинлек бирә. 13550 гектар майҙанда көнбағыш сәселде. Аграрийҙар 13482 тонна уңыш алды. Уңыш күберәк көтөлһә лә, был культура көткәндәрҙе тулыһынса аҡламаны.
Районда барлыҡ культуралар тиерлек сәселә. Көнбағыш туранан-тура Шишмә, Татарстан, Ырымбур өлкәһендәге май заводтарына китә. Ҡайҙа отошло — шунда тапшыралар. Райондың агросәнәғәт комплексы үҫешенә кесе хужалыҡтар ҙур өлөш керетә.Коваленко Н.А. (гектарынан 21 ц), Антонов С.В. (гектарынан 20 ц), Вахитов Р.С.(гектарынан 20 ц), Арысланов Р.М. (гектарынан 18 ц), Ямалтдинов Р.Т. (гектарынан 18 ц), Михайлов С.К. (гектарынан 18 ц), Трофимов А.П.(гектарынан 18 ц), Ҡәйүмов Р.Г. (гектарынан 18ц) хужалыҡтары hәм башҡалар иген культуралараның юғары уңышын ала.
Урып-йыйыуҙың иң ҡыҙған ваҡытында яғыулыҡ-майлау материалдары менән билдәле проблемалар булды, хаҡ артты. Бер-ике аҙна яғыулыҡ бөтөнләй булманы. Һәм был ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Киләһе йылға ышаныс менән әҙерләнәбеҙ. Орлоҡ материалы белeн тулыһынса тәьмин ителдек. Киләһе йыл уңышы өсөн 13209 гектар ужым культуралары, шул иҫәптән 6945 гектар ужым боҙайы сәселде. Ужым культураларының торошо ҡәнәғәтләнерлек. Әлеге мәлдә 16500 гектар ер туңға һөрөлгән.
— Районда малсылыҡ торошо нисек үҫә?
— Малсылыҡ тармағында тулайым продукцияның 45,4%ы алынды. 11208 тонна бесән, 13293 тонна сенаж, 8525 тонна силос әҙерләнде. Аҙбарҙа тотоу осоронда шартлы бер баш малды 18,83 ц тупаҫ hәм һыуһыл аҙыҡ берәмеге бар.
Хужалыҡтарҙағы мал һанына килгәндә, 1 октябргә ҡарата 16 мең баштан артыҡ тәшкил итә, шуларҙың 7,4 меңе — һыйырҙар. Туғыҙ ай эсендә районда 19,25 мең тонна һөт hәм 2,85 мең тонна ит етештерелде. Бер һыйырға һауым 4390 кг тәшкил итә (уҙған йылға ҡарата 111,7%). Киров исемендәге кооператив, «Урожай» йәмғиәте, Ямалетдинов Р.Т., Милютин А.Н. хужалыҡтары, «Олвас», «Марс», «Переработка» йәмғиәттәре уңышлы эшләй һәм һөт етештерә. Коваленко Н.А. хужалығы малсылыҡ тармағында танылған лидер. Әлеге хужалыҡта һыйыр малының баш һаны 1210 баш тәшкил итә, шуларҙың 530ы һауым һыйырҙары. Уларҙың һанын арттырҙылар, көн һайын 12,5 тонна һөт тапшыралар. Туғыҙ ай эсендә тулайым һауым 30650 ц тәшкил итте. Кесе фермер хужалыҡтарынан Г.Г. Зәкиева, Р.Г. Ҡәйүмов хужалыҡтары уңышлы эшләй.
— Быйыл хужалыҡтарҙың техник паркы нисек үҙгәрҙе?
— Район ауыл хужалығының техник базаһында 406 трактор, 88 йөк автомобиле, 82 ашлыҡ йыйыу, 15 аҙыҡ йыйыу комбайны hәм башҡа техника бар. Юғары технологиялар заманында етештереүсәнлекте арттырыу мөһим, шуға күрә, финанс ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, парк эшләү уңайлы булған техника менән тулылана. Быйыл 29 берeмек яңы техника, шул иҫәптән өс комбайн, дүрт трактор, ике сәсеү комплексы, ике пресс-йыйғыс hәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Был маҡсаттар өсөн барлығы 85 млн. аҡса бүленде.
— Дәүләт ауыл хужалығы тауарҙары етештереүгә нисек ярҙам итә?
— Хужалыҡты үҫтереүгә өҫтәмә стимулды дәүләт ярҙамы бирә. Гранттар hәм субсидиялар — ауыл хужалығы үҫешенә ҙур ярҙам. Ул яҡшы, тик үҙ ваҡытында төрлө ташламаларҙан файҙаланырға кәрәк. Мәҫәлән, йыл аҙағына ҡәҙәр 5 процент ставка менән маҡсатлы кредиттар алырға мөмкин, яңы йылдан шул уҡ кредит 7 процент ставка менән буласаҡ. Кредиттар төрлө: ҡыҫҡа ваҡытлы, инвестициялы. Федераль hәм республика бюджеттары иҫәбенә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре тарафынан дөйөм суммаһы 59 млн. һумдан ашыу булған дәүләт ярҙамы алынды.
Ул яҡшы сортлы орлоҡҡа, яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә, һөт hәм ит тармағын үҫтереүгә, иген культураларын һатыуға йүнәлтелә. «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» төбәк программаһы сиктәрендә Абзалов Ф.М. шәхси предприятиеһы 4 млн 723 мең 200 сум күләмендә грант алды.
— Райондың ауыл хужалығы тармағы перспективалары hәм бурыстары тураһында һөйләгеҙ әле.
— Агробизнес — бизнес үҫешенең заманса hәм перспективалы йүнәлештәренең береһе. Ауыл хужалығында эшләргә теләүселәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар: техникаға, ашламаға, тапшырылған ашлыҡҡа hәм иткә, һөткә субсидия. Пландар бар. Ауыл хужалығы тармагын үҫтереүҙә мөhим hәм перспективалы йүнәлеш — ул эшкәртеү. Yҫемлекселектә лә, терлекселектә лә етештерелгән продукцияны эшкәртеү менән үҙебеҙгә шөғөлләнергә кәрәк. Иген өсөн һаҡлағыстар, киптергесәтәр кәрәк. Уҙған йылдарҙа бер нисә кеше ит продукцияһын ыҫлау hәм тоҙлау кеүек йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн гранттар алды.
Районда балыҡсылыҡ яҡшы үҫеш ала. Трофимовтар эштәрен грант алып башланы. Сиҙәкбашта форель үҫтерәләр. Ҡаныҡайҙа Васильевтар ғаиләһе мәрмәр йәйен үрсетә. Балыҡсылыҡта үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр тағын да бар.
—Һөнәр байрам алдынан ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һеҙҙең теләктәрегеҙ.
— Хеҙмәт кешеләренең юғары профессионализмы, уларҙың һайлаған эштәрен яратыуы hәм тоғролоғо, данлы традициялары хөрмәт итеү — район агросәнәғәт комплексы уңышының нигеҙе. Ауыл хужалығының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә уларҙың фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Эшегеҙ шатлыҡ һәм муллыҡ килтерһен, тыныслыҡ, изгелек, сабырлыҡ, һаулыҡ теләйем, киләсәккә оптимизм менән ҡарағыҙ, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, hәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булығыҙ.
Ирина ФОМИНА әңгәмәште.