

Форум сиктәрендә 3 декабрҙә аҙыҡ-түлек йәрминкәһе биләмәһендә башҡортостандан Алесандр Коваль һәм Максим Лазарев сығыш яһаясаҡ. Улар рәсәй аш-һыуы йортонда традицион башҡорт ризыҡтары әҙерләү буйынса куулинар оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк: талҡандан кәнфиттәр, ҡыҙыл эремсекле десерт, ("Ҡыҙыл эремсек"), "Ҡыҫтыбый", "Бишбармаҡ", "Ҙур бәлеш". Ашамлыҡтарҙың ниндәй ризыҡтарҙан тороуын, уларҙы нисек әҙерләүҙәрен һөйләйәсәктәр.
Максим Лазарев сарала ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән икенсе ризыҡтың рецебы менән дә уртаҡлашты. был - уның авторлыҡ десерты, унда Башҡортостандың бөтә локаль продукттары - ҡымыҙ нигеҙендәге шоколад, ҡыҙыл эремсек менән биҙәлгән еләкле башҡорт печеньеһы һәм урындағы киндер оно ҡулланыла.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22135/