+30 °С
Болотло


Бөгөн иртә менән шундай яңылыҡ билдәле булды: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронаврус менән сирләп киткән. Был турала “Подслушано в Башкирии” телеграм-каналы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ул сирҙең тәүге симптомдарын һиҙеү менән ковидҡа анализ биргән һәм ыңғай һөҙөмтә алғас, үҙизоляцияға киткән.
Һуңғы көндәрҙә, республикала һәм ғөмүмән илдә коронавирус менән сирләү осраҡтары йәнә арта башланы. Күренеүенсә, вирус бер ҡайҙа ла китмәгән. Шулай булғас һаҡлыҡ саралары тураһында онотмайыҡ.
Ә Радий Фәрит улына тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov
Башинформ.