Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Ноябрь 2023, 03:23

2023 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды

Башҡортостанда 2023 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

2023 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды2023 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды
2023 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды

Абруйлы премияға:

- «Бер ғүмер етмәй икән» очеркы һәм «Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине» юлъяҙмалары өсөн «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин;

- «Тәмле. Беҙ бергә» милләт-ара проект өсөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары Ғәлиә Вәхитова, Светлана Громова, Марина Доровских, Дилара Зарипова, Ринат Кашапов, Лилиә Ҡурамшина, Гүзәл Хәсәнова, Наил Юнысов;

- «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» мәҡәләләр циклы өсөн «Благовар хәбәрҙәре» гәзите редакцияһы журналистары Лира Ғафарова, Эльвина Ғафарова, Айһылыу Хәсәнова лайыҡ булды.

Башинформ.
 
2023 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды
2023 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды
Автор:
Читайте нас