Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Ноябрь 2023, 04:00

Улар һәр ваҡыт хәүефһеҙлек һағында

10 ноябрҙә hөнәри байрамдарын енәйәтселек менән көрәшеү hәм граждандарҙың именлеген тәьмин итеүҙең ауыр бурыстарын үҙ өҫтөнә алыусылар билдәләй

Был дата алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Игорь Федорович МЫШОВ полицияның көндәлек тормошо тураһында һөйләне.

Игорь Федорович, Һеҙҙең һөнәри байрамығыҙ яҡынлаша. Хеҙмәтегеҙ, коллективығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

Дөйөм коллектив составы профессиональ, берҙәм. Беҙ барыбыҙ ҙа бер уртаҡ эш эшләйбеҙ, уның маҡсаты — граждандарҙың тормошон  hәм мөлкәтен һаҡлау. Йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәте тураһында бер аҙ әйтеп үтәм. Йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтенә полиция участок вәкәләтләләре бүлексәләре, патруль-пост хеҙмәте бүлексәләре, юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү бүлексәләре керә.

Йәмәғәт тәртибен һаҡлауға түбәндәге бурыстар инә: граждандарҙың именлеген тәьмин итеү, енәйәттәрҙе hәм административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү, йәмәғәт дисциплинаһын hәм тыныслығын һаҡлау, йәмәғәт әhәмиәтендәге учреждениеларҙы һәм объекттарҙы һаҡлау, закондарҙы hәм тәртип ҡағиҙәләрен үтәүҙе тәьмин итеү.

— Районда йәмәғәт урындарында енәйәттәр уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, әҙерәк йәки күберәк булдымы?

— Уҙған йыл менән сағыштырғанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл йәмәғәт урындарында енәйәтселек артты. Йәмәғәт урындарында урлашыуҙар һаны арта. Хәҙерге ваҡытта район халҡында аҡса урлауҙың иң киң таралған ысулдары булып дистанцион юл менән ҡылынған уғрылыҡ тора. Быйыл 24 мутлашыу осрағы теркәлгән. Мутлашыуҙы киҫәтеү маҡсатынан полиция хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт коллективтарында, шулай уҡ райондың уҡыу йорттарында осрашыуҙар үткәрә.

— Һеҙҙеңсә, полиция хеҙмәткәре ниндәй булырға, ниндәй характерлы булырға тейеш?

— Тәү сиратта полиция хеҙмәткәре, хеҙмәттең барлыҡ ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ярҙамсыл, ғәҙел, сабыр булырға тейеш. Шулай уҡ яуаплы, дисциплиналы, ышаныслы, әхлаҡи яҡтан тотороҡло. Шуныһын да әйтергә кәрәк, полицияла эшләү йыш ҡына сыҙамлыҡ талап итә, юғары hөнәри сифаттар тураһында әйтеп тә тораһы юҡ.

— Игорь Федорович, йола буйынса, hөнәри байрамда һеҙҙең  теләктәрегеҙ.

— Хеҙмәттәштәремде, дуҫтарымды Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре көнө менән ҡотлайым! Уларға тыныс хеҙмәт көндәре, теләһә ниндәй хәлдә лә тыныс булыуҙарын hәм hәр ваҡыт енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта ҡалыуҙарын, hәр ваҡыт үҙ бурыстарына тоғро булыуҙарын теләйем. Ә уларҙың ғаиләләренә сабырлыҡ hәм эштәрен аңлап ҡарауҙарын теләйем.

Наилә СӘБӘХОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас