Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
11 Ноября 2023, 08:56

Ҡасан ҡар ятыр?

Ноябрь айы ямғырға бай булмаҡсы...     

Ҡасан ҡар ятыр?Ҡасан ҡар ятыр?
Ҡасан ҡар ятыр?

Ғәҙәттә, төбәгебеҙҙә ноябрҙә ныҡлы һыуытып, ер өҫтө аҡ ҡарға төрөнә. Әммә быйыл ҡарлы миҙгел ашыҡмай.

Ноябрь айы ла ямғырлы булмаҡсы. Республиканың күпселек төбәктәрендә һауа температураһы минусҡа төшмәй әле. Алдағы көндәрҙә лә һауа температураһы +3...+5 градус тәшкил итеп, ямғырҙар яуасаҡ. Яуым-төшөм 18 ноябрҙә - шәмбелә туҡтаясаҡ, тип күҙаллай синоптиктар. Артабан ҡоро көндәр торасаҡ, әммә ныҡлы һыуытмай: 0...+2 градус. 

Ноябрь аҙағында (27-28 ноябрҙән) ғына ярайһы уҡ һыуыҡ көндәр башлана: -8...-10 градус. Быйыл ҡар ныҡлап декабрь башында ғына ятасаҡ, тип фаразлай һауа торошо белгестәре.  

https://bashgazet.ru/

Ҡасан ҡар ятыр?
Ҡасан ҡар ятыр?
Автор:
Читайте нас