-28 °С
Болотло
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йома һәм ял көндәрендә ете кеше һәләк булған. Янғындарҙың сәбәптәрен хәҙер Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүселәре асыҡлай. Тәүге версия буййынса, төп сәбәптәрҙең береһе — ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
Тағын бер фажиғәле янғын Ауырғазы районының Кешәнле ауылында 13 ноябрҙә теркәлгән. Янғын һүндереү барышында 1957 йылғы ир-аттың үле кәүҙәһе табылған.
Әлеге ваҡытта янгындың сәбәптәрен урындағы тикшерү-оператив төркөмө асыҡлай.
Башинформ.