Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Ноябрь 2023, 14:27

Ноябрь мөғжизәһе

Быйылғы аномаль йылы көҙҙөң сюрпризы – Өфөлә алмағастар сәскә ата башлаған.

Ноябрь мөғжизәһе
Ноябрь мөғжизәһе

Ҡалала йәшәүселәр Аксаков аллеяһында сәскә атҡан ағасатрҙы видеоға төшөргән. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы бер ағастарҙың бөрөләре тулышыуы тураһында яҙалар.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, 2023 йыл һуңғы 125 мең йылда иң йылыһы булыуы ихтимал, Европа союзы ғалимдары шундай һығымтаға килгән. Әммә синоптиктар прогнозы буйынса, киләһе көндәрҙә беҙҙең төбәк өсөн хас булған һауа торошо киләсәк. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru

Ноябрь мөғжизәһе
Ноябрь мөғжизәһе
Автор:
Читайте нас: