Дәүләт думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты ағзаһы Андрей Алехин фекеренсә, күсемһеҙ милек һатып алыуға әсәлек капиталы етмәй, шуға күрә уны бындай мөмкинлек булһын өсөн арттырырға кәрәк. Ул фатир хаҡына яҡыныраҡ булһын өсөн, әсәлек капиталын индексацияларға тәҡдим итә.
Депутат иҫкәртеүенсә, башта әлеге дәүләт ярҙамы сараһы ғаиләләрҙең тораҡ һатып алыуын күҙҙә тотҡан. Әммә фатир хаҡтары шаҡтай артты. Хәҙерге ваҡытта Омскиҙа бер бүлмәле фатир 4 миллион һумға яҡын тора, тип миҫал килтерә парламентарий.
- Бүген был аҡса менән фатирға яҡын да килеп булмай, шуға күрә, минеңсә, әсәлек капиталын арттырырға кәрәк, - ти депутат.
«Ярҙам сараһын алыу өсөн бала Рәсәйҙә тыуырға тейеш. Был гражданлыҡ тураһында закон менән билдәләнә. Мәҫәлән, әгәр ата-әсәнең икеһе лә — Рәсәй Федерацияһы граждандары йәки ата-әсәнең береһе — Рәсәй Федерацияһы, ә икенсеһе сит ил гражданы булһа, әсәлек капиталын алырға мөмкин.