Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Ноябрь 2023, 11:15

Туристарға юл йөрөү уңайлыраҡ буласаҡ

Быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә туристик йүнәлештәр буйынса 70 километр юл ремонтланасаҡ. Был 2022 йылғы менән сағыштырғанда 25 километрға күберәк.

Туристарға юл йөрөү уңайлыраҡ буласаҡ
Туристарға юл йөрөү уңайлыраҡ буласаҡ

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә туристик объекттарға алып барған 53 километр юл ремонтланған. Төҙөүселәр Өфө – Инйәр – Белорет, Благовещен – Павловка, Өфө – Бөрө – Яңауыл кеүек популяр туристик йүнәлештәрҙе норматив хәлгә килтерҙе. Бында асфальт япмаһы алмаштырылды, юл ситтәре эшләнде һәм юл тамғалары һыҙылды.

– 2023 йылдың ноябренә ҡарата юлсылар Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһындағы юл участкаһын тулыһынса ремонтлап бөттө. Өфө – Инйәр – Белорет һәм Благовещен – Павловка юлдарында эштәр тамамланып килә, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был йүнәлештәр Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары араһында бик популяр. Улар Инйәр тештәре, Айғыр, Атыш шарлауығы, Көньяҡ-Урал ҡурсаулығы, Яланғастау, Ар ташы, Алһыу ҡаялар, Асҡын боҙ мәмерйәһе, Павловка һыуһаҡлағысы кеүек билдәле урындарға алып бара.

Быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә туристик йүнәлештәр буйынса 70 километр юл ремонтланасаҡ. Был 2022 йылғы менән сағыштырғанда 25 километрға күберәк.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Транспорт һәм юл министрлығы. 

https://bashgazet.ru

Туристарға юл йөрөү уңайлыраҡ буласаҡ
Туристарға юл йөрөү уңайлыраҡ буласаҡ
Автор:
Читайте нас: