Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Ноябрь 2023, 16:03

Өфөлә - Ҡыш Бабай йорто

Тиҙҙән Бөйөк Устюгтан Рәсәй Ҡыш бабайы ҡунаҡҡа килә

Өфөлә -  Ҡыш Бабай йорто
Өфөлә - Ҡыш Бабай йорто

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡала Ҡыш бабайы резиденцияһын асыу көнөн әйтте. Быйыл ул Ленин исемендәге майҙанда, «Азимут» ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙа урынлаша. Резиденцияны асыу тантанаһы 24 декабрҙә көндөҙгө 4-тә башлана.

«Яңы йыл майҙансығында ла үҙгәрештәр бар, боҙло һындар, иллюминациялар, әүҙемлектәр күберәк була, — тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев үҙенең телеграм-каналында. — Өфөгә Бөйөк Устюгтан Рәсәй Ҡыш бабайы ҡунаҡҡа килә һәм резиденцияны асыу сараһында ҡатнаша».

Ҡышҡы тылсымсы һәм уның ярҙамсылары ҡунаҡтарҙы 25 декабрҙән 30-ына тиклем — көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 8-гә, 30 декабрҙә —  көндөҙгө 12-нән киске 8-гә, яңы йыл төнөндә көндөҙгө сәғәт 12-нән төнгө 2-гәсә ҡабул итә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Өфө Ҡыш бабайы резиденцияһын 100 меңдән ашыу кеше килеп күрҙе.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә -  Ҡыш Бабай йорто
Өфөлә - Ҡыш Бабай йорто
Автор:
Читайте нас: