Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Ноябрь 2023, 07:33

Балалары өсөн өҙөлөп тора

Бишбүләктә йәшәүсе Гөлнара Биктимерова дүрт балаға ғүмер бүләк иткән

Балалары өсөн өҙөлөп тораБалалары өсөн өҙөлөп тора
Балалары өсөн өҙөлөп тора

Районыбыҙҙа күркәм ғаиләләр бик күп. Уларға ҡарап ҡыуаныс кисерәһең. “Нимә һуң ул бәхет?” – тигән һорауға берәүҙәр: матди байлыҡ, тип иҫәпләһә, икенселәр – бер-берең менән килешеп йәшәүҙә, балалар үҫтереүҙә, тип яуап бирер. Тап шундай ғаиләләрҙә балалар эшһөйәр һәм яуаплы булып үҫәләр ҙә инде.

Пар ҡанатлы булып, бер-береһен ҡайғыртып, шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да бергә уртаҡлашып йәшәүсе Гөлнара Владимир ҡыҙы һәм Данис Фабарис улы Биктимеровтар ун алты йыл элек ғаилә ҡороп ебәргән. Биш йыл элек үҙ көстәре менән заманса, барлыҡ уңайлыҡтары булған йорт төҙөп кергәндәр. Ә өйҙәренең ҡото һәм йәме - балалар. Өлкәндәре Бишбүләк 3-сө урта мәктәбендә белем ала: Азалия 9 (б) һәм Камил 7 (а) класында уҡый. Икеһе лә тырыш, мәктәптә уҙғарылған сараларҙан ситтә ҡалмайҙар. Азалия “Беренселәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрәкәтенең ағзаһы булып тора, шуға ла ул төрлө сараларҙа ҡатнаша. Әлеге мәлдә ул ныҡышмалы рәүештә имтихандарға әҙерләнә һәм медицина университетына уҡырға керергә теләй. Камил малайҙарға хас булғанса, спорт менән ҡыҙыҡһына һәм мәктәптәге волейбол түңәрәгенә йөрөй. Биш йәшлек Амалия һәм ике йәшлек Әмир балалар баҡсаһына йөрөй.

Ғаилә башлығы Данис Фабарис улына яуаплы йөкмәтелгән. Ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәрмәкәй районы буйынса бәлиғ булмағандар эше һәм полиция участка уполномоченныйы начальнигы вазифаһын башҡара. Ә Гөлнара һөнәре буйынса – тәрбиәсе, егерме йылға яҡын “Йылмайыу” балалар баҡсаһында эшләгән, әлегә декрет ялында.

- Күп кенә ғаиләләрҙә бала тәрбиәләү әсәй иңенә төшә. Беҙҙә был ысынында шулай, сөнки ирем эшенән бушап, ял көндәрендә генә беҙҙең янға ҡайта. Шуға күрә мин өйҙә “баш” тиергә була. Һәр иртәлә балаларҙың икәүһен мәктәптә оҙатам, унан кескәйҙәрен “Умка” балалар баҡсаһына илтәм. Улар ҙа үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре менән һөйөндөрә. Амалия ҡыҙым төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, һүрәт төшөрөргә, пазлдар йыйырға ярата. Ә улым Әмир 22 ноябрҙә, Улдар көнөндә тыуҙы, уның тыуған көнөн матур итеп билдәләнек, - тип һөйләй изге күңелле һәм хәстәрлекле әсәй.

Һәр бала бәхетле, тату, яратыусан ғаиләлә генә үҙен бәхетле итеп тоя. Тыуған көн, Яңы йыл, булһынмы, төрлө байрамдарҙы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрә Биктимеровтар. Дүрт бала әсәһе Гөлнара балаларын тәрбиәләүҙән тыш, уңған-булған хужабикә булараҡ, ғәзиздәрен тәмле ризыҡтар әҙерләп һыйлай. Атайҙары эштән ҡайтҡас, ҙур табын артына йыйылышып ултырырға яраталар. Һуңынан саф һа­уала йөрөргә сығалар, бергәләшеп уйындар уйнайҙар, китап уҡый­ҙар, олатай-өләсәйҙәре янына баралар.

- Балалар — тормошобоҙ йәме, улар ирем менән мине тағы ла тырышыбраҡ эшләргә, донъя көтөргә өндәй. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ үҙебеҙҙән яҡшыраҡ, матурыраҡ, мулыраҡ яшәһен тибеҙ. Һәр ата-әсә өсөн балаларының бәхетле, иҫән-имен булыуы, төплө белем алып, был тормошта үҙ урындарын табыуы мөһим, - ти бәхетле әсәй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

ғаилә архивынан алынған фото.

Балалары өсөн өҙөлөп тора
Балалары өсөн өҙөлөп тора
Автор:Гумерова Л
Читайте нас