

Күптән түгел районда уҙған тантаналы сарала биш бала әсәһе Нигора Мәхмүдоваға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылғайны. Бөгөнгө көндә ул яҙмышына рәхмәтле булып йәшәй.
Мәхмүдовлар ғаиләһе 2004 йылда алыҫ Үзбәкстандың Суходарьинский өлкәһенең Денау ҡалаһынан Башҡортостанға ҡайтып, Уҫаҡ-Кисеү ауылында төпләнгән. Бөгөн бында бер түбә аҫтында өс быуын ғүмер кисерә.
- Мин ошо нигеҙҙә тыуып-үҫтем, беҙ ғаиләлә һигеҙ ҡыҙ һәм бер малай инек. Ике апайым Үзбәкстанда тормошҡа сығып, шунда йәшәй ине, мин 27 йәшемдә улар янына ҡунаҡҡа ғына тип барҙым да, шунда тормошҡа сығып ҡалдым һәм беҙ 48 йылдан һуң бар ғаиләбеҙ менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ. Был ваҡытта беҙҙең беренсе ейәнебеҙ тыуғайны инде. Хәҙер күмәкләшеп, ошо йортта гөрләшеп йәшәйбеҙ, - тип, ҡыҫҡаса ғаилә тарихы менән таныштыра оло йәштәге Рузимә апай.
Үзбәкстанда, ғәҙәттә, ҡыҙына йәки улына буласаҡ йәрҙе ата-әсәһе һайлай. Әммә Нигора Рахмон ҡыҙына яҙмыш йылмая: дауаханалә эшләгәндә, ул буласаҡ тормош иптәше Шухрат менән таныша.
- Беҙҙә ғаиләләр ишле, ун балаға ғүмер бүләк иткән өләсәйем минең өсөн һәр ваҡыт үрнәк булды. Мин үҙем дүрт балалы ғаиләлә үҫтем. Хәҙер үҙемдең биш балам бар. Биш бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә, ауырта, тиҙәр. Балаларымдың һәр береһе яҡын, уларҙы тигеҙ яратам. Биш бала минең өсөн күп кеүек тойолмай, берҙәм булғанда, ауырлыҡтар ҙа һиҙелмәй, — ти, әсәй кеше.
Мәхмүдовтарҙың оло улдары Уктамға 21 йәш тулған. Аксен ауыл хужалығы техникумында баҡсасы һәм Бәләбәй механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк филиалында ашнаҡсы-кондитер һөнәре алған егет әлегә өйҙә генә. Икенсе төркөм инвалиды булған егет атаһы өйҙә булмағанда, хужалыҡтағы барлыҡ ир-ат эштәрен башҡара. Ҡыҙҙары Гөлмирә Бәләбәй медицина колледжының беренсе курсында уҡый. Рәсем төшөрөүгә һәләте булған ҡыҙ буклеттар яһай, уҡыған ерендә Яңы йыл байрамдарында биҙәү эштәрен уға ышанып тапшыралар. Тыуған йортта Гөлмирәне көтөп алалар, сөнки берәй документ юлларға кәрәк булһа, йәки башҡа йомош төшкәндә, район үҙәгенә барыу өсөн ул руль артына ултыра. Мәхмүдовтарҙың ике ҡыҙҙары Уҫаҡ-Кисеү мәктәбендә уҡый: Розалия — IX, Самира I класта. Улар йырларға, бейергә ярата. Ә өйҙәренең йәме булған өс йәшлек Сабина ата-әсәһенең, апайҙарының бар наҙын тойоп йәшәй.
Мәхмүдовтар 22 йыл бергә ғүмер итә. Ғаилә башлығы ауылда эш булмау сәбәпле, вахта менән Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында эшләп йөрөй.
- Хәҙер инде һыйыр һауарға ла, һәнәк тоторға ла өйрәндем, - тип йылмая йәш хужабикә. – Ҡайтҡан йылдарҙа ирем менән икебеҙ ҙә фермала эшләнек: ул мал ҡараһа, миңә быҙауҙарҙы ышанып тапшырҙылар. Ул саҡта ҡыҙым өс айлыҡ ҡына ине, уны ҡәйнәм ҡарап торҙо. Балалар әкренләп ҡул араһына керә бара. Ғаиләлә һәр кемдең вазифаһы билдәле. Өй йыйыштырыу, баҡсала йәйгеһен сүп утау, бәпкәләрҙе ҡарау, һеңлеләрен ҡарашыу – былар барыһы ла балаларға йөкмәтелгән. Ҡыҙҙар һауыт-һаба йыуа, өй йыйыштырырға ярҙам итә.
Ишле ғаиләгә Әсәлек капиталы бик тә урынлы була. Өсөнсө бала – ҡыҙҙары Розалия тыуғас, сертификат алғандар, уның аҡсаһына төкәтмә эшләп, өйҙәрен ҙурайтҡандар һәм барлыҡ уңайлыктарҙы булдырғандар. Шулай тиһәң дә, «беҙ күп балалы ғаилә» тип хөкүмәткә һалышып ултырмай Мәхмүдовтар. Дәртләнеп донъяларын бөтәйтәләр, мал тоталар. Балалары йәйгеһен көтөү көтөп тә аҡса эшләй. Баҡса артынан ғына аҡҡан Мәнәүез йылғаһы өйрәк-ҡаҙ аҫрау өсөн дә уңайлы.
Күп балалы әсәнең ваҡыты нисек үткәнен күҙ алдына килтерә торғаһыҙҙыр, моғайын. Иртән балаларҙы ашатып, мәктәпкә оҙатыу, кер йыуыу, ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, йорт тирәһендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр...
- Ҡатын-ҡыҙҙың ваҡыты аш бүлмәһендә үтә инде уның. Балалар менән баҡсала үҫтерелгән йәшелсәләрҙән, еләк-емештән, салат-варенье яһаныҡ, ике һыйыр аҫрағас, ҡаймаҡ-эремсеге лә үҙебеҙҙеке. Ғаиләмде йыш ҡына былау бешереп һыйлайым, ҡамыр ризыҡтарын да төрлөләндереп бешерәм, - ти ул.
Дини тәрбиә лә ғаиләлә ҙур роль уйнай. Ислам дине ҡанундарын үтәп йәшәүсе өлкәндәр балаларын бәләкәйҙән улар нигеҙендә тәрбиәләй. Бөтә дини байрамдарҙы ҙур ғаиләләре, туғандары, күршеләре менән бергәләшеп үткәрәләр.
Әсәйҙәр бәйрамы алдынан Нигора Рахмон ҡыҙы бик яҡшы бүләк алды: уға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Наградаға ҡушып бирелгән 50 мең аҡсаны ла балалар өсөн тотонасаҡмын, ти биш бала әсәһе.
- Ғаиләм — төп терәгем. Ҡәйнәмә лә ҙур рәхмәт, балалар ҙа ҡул араһына керә инде, ҡайҙалыр барырға кәрәк булһа, ҡурҡмайынса китә алам, - ти, хәстәрлекле әсәй. – Ишле гаиләлә үҫкән балалар айырыуса туған йәнле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл була. Балаларыбыҙҙың барыһы ла иҫән-имен булһындар һәм уларҙың һәр береһенең тормош юлын матур үтеүҙәрен теләйбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотоһы.