Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
29 Ноябрь 2023, 14:52

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралаша

Уны Башҡортостан юлдаш, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, ”Сәләм” телеканалдарында, “Юлдаш”, “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында тура эфирҙа,  Башҡортостан Башлығының “Бәйләнештә”,  “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә ҡарарға була.

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашаБашҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралаша
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралаша

Һорауҙар алдан йыйылды, кешеләр уны 17 ноябрҙән социаль селтәрҙәргә һәм видеоһорауҙар ебәрә алды.200-ҙән ашыу видеомөрәжәғәт, 1000-дән ашыу һорау ҡабул ителде. Һорауҙарығыҙ булһа, уны социаль селтәр аша бөгөн тура бәйләнеш барышында бирә алаһығыҙ. Әйткәндәй, был Радий Фәрит улының бишенсе ошондай тура бәйләнеше.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, һорауҙар күп килгән. Әлбиттә, уларҙың күбеһенә бер кис эсендә генә яуап биреп булмаясаҡ. Шулай ҙа уларҙың күбеһе өйрәнелгән һәм ҡайһы берҙәре хатта хәл ителә лә башлаған. Радий Фәрит улы һорауҙарға ихлас яуап бирәсәкмен тине.

Беренсе һорауҙы Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса начальнигы Елена Прочаковская бирҙе.

– Дүшәмбе көн аҙналыҡ кәңәшмә үткәреү урынына һеҙҙең махсус хәрби операция биләмәһенә китеүегеҙ билдәле булды. Ни өсөн улай ҡапыл сығып киттегеҙ?

– Мин һәр ваҡыт шулай ҡапыл сығып китәм. Юлға сығыу тураһында ҡул аҫтында эшләгән кешеләр ҙә белмәй ҡалды. Максим Забелин һәм Андрей Назаров менән ЛХР, ДХР, Херсон, Запорожье яҡтарына барҙыҡ. Бөтәһен дә күреп булманы, бер полк һөжүмгә киткән ине. Луганскиҙа эшләгән табиптар менән осраштым. Улар хатта Яңы йыл байрамдарында ла ҡалып эшләргә әҙер. Яугирҙарҙың бөтәһе лә беҙҙең өсөн мөһим. Улар ғаиләләре өсөн тыныс, сөнки беҙ бында улар менән төплө эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башинформ

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралаша
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралаша
Автор:
Читайте нас