-5 °С
Болотло
Өфөлә, яңыртылған Ҡурсаҡ театры алдындағы скверҙа, яңы миниатюралар ҡуйылды. Улар араһында – Ирәкташ, Турахан кәшәнәһе һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Ратмир Мәүлиев үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, башҡа ҡыҙыҡлы объекттар өсөн нигеҙ әҙерләнә. Яңы әкиәт һарайы өсөн кирбестән нигеҙ һалына.
Шулай уҡ сити-менеджер 39-сы китапхананың алғы яғын ремонтлауҙарын билдәләне. Йылы күлдең биләмәһе лә үҙгәрә. Был эштәр киләһе йылда, Өфөнөң 450 йыллығы йылында тулыһынса тамамланырға тейеш.