Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Ноябрь 2023, 10:26

Ҡурсаҡ театры күҙгә күренеп матурлана!

Реконструкция эштәре ниһайәт тамамланыуға бара

Ҡурсаҡ театры күҙгә күренеп матурлана!
Ҡурсаҡ театры күҙгә күренеп матурлана!

Үткән йылдың яҙында, дәүләт етәксеһе В. В. Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла башлаған "Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы, баш ҡалабыҙҙағы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау башланғайны. Һәм бына театрҙың төркөмөндә ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлаштылар: ремонт эштәре ниһайәт тамамланып бара! Тиҙҙән театр тамашасыларын заманса итеп үҙгәртелгән матур, уңайлы бинала ҡабул итә башлай.

Стеналағы уйымдарҙа тиҙҙән Принцесса, Ҡыҙыл Кәләпүш (Красная Шапочка), Ҡурғаш Һалдат, Скоморох, Мәскәй әбей, шулай уҡ башҡорт халыҡ эпосы геройҙары – Урал батыр һәм гүзәл Һомай һындары урын ала. Йәмғеһе 11 һын ҡуйылырға тейеш. Әле балаларҙың яратҡан әкиәттәренең ҡайһы бер геройҙары үҙ урынын алған да инде.

Театр эргәһендә Башҡортостандың, Рәсәйҙең иҫтәлекле урындарын һынландырған 12 макет ҡуйылған аллея ла барлыҡҡа килә, унда Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ирәкташ, Торатау, Торахан кәшәнәһенең макеттары ла бар.

Реконструкциянан һуң театрҙа 300 урынлыҡ ҙур һәм 150 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы була. Тамашасыларҙы компьютер графикаһы, проекторҙар, яҡшы акустика менән дә ҡыуандырмаҡсылар. “Театрыбыҙҙы һәр бәләкәй тамашасы тәү килгәндән яратһын һәм ҙурайғас, башҡа театрҙарға ла ихлас йөрөһөн, тип эшләргә тырышабыҙ”, – ти уның директоры  Альберт Имаметдинов.

Яңыртылған, һоҡланғыс театрҙа тәүге спектаклде балалар Яңы йыл алдынан ҡарай алыр, тип күҙаллана.

https://bashgazet.ru

 

Ҡурсаҡ театры күҙгә күренеп матурлана!
Ҡурсаҡ театры күҙгә күренеп матурлана!
Автор:
Читайте нас: