Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
30 Ноябрь 2023, 11:27

«Ҡыҙыҡлы кешеләр» проекты ғәмәлдә

Михайловка ауылы урта мәктәбенең юғары класс уҡыусылары «Ҡыҙыҡлы кешеләр» проекты сиктәрендә, күрше Игнашкин ауылынан бер туған Николаевтар менән осрашты

Юрий Николаевич хәрби хеҙмeт ветераны, Виктор Николаевич Афғанстан республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Виктор Николаевич «Һуғышсы-интернационалист» күкрәк билдәһе эйәһе, уның бик күп бүләктәре араһында «Рәхмәтле Афған халҡынан» hәм «Совет Армияһына 70 йыл» миҙалдары бар.

Беҙҙең герой Талукан ҡалаһында (Тахар провинциһы үҙәге) Бат-М йoк тракторында Пянджчик буйы отрядының мотоманевр төркөмөндә хеҙмәт иткән, унда ер эштәре алып барылған. Колонналарҙы күпер һалыусы менән бергә оҙата барған. Әгәр юлда кәртәләр барлыҡҡа килһә, мәҫәлән, арыҡ, трактор соҡорҙарҙы  тигеҙләгән, күпер йәйгән, колонна күсерелгән, күпер һүтелән, урынлаштырыусы рамына һалып, юлға ҡуҙғалған. Йыш ҡына ут аҫтына эләгәләр. Һәр ваҡыт иғтибарлы булырға тура килгән, тулы боекомплект, әҙерләнгән гранаталар менән йоҡларға ятҡандар, итектәр көндөҙгө хеҙмәттән һуң кибеп өлгөрмәгөн. Кинола ғына матур һуғышалар. Ысынында был ҡара һалдат хеҙмәте. Барыһына ла етә.

Ветеран — патриотик йүнәлештәге сараларҙа даими ҡунаҡ, hәр ваҡыт саф hәм йыр смотрҙарында жюриҙа хөрмәтле урында, Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнәнә hәм 23 февралгә бағышланған кисәләрҙә. «Мин үҙемде әллә кем, тип һанамайым, Туған ил кәрәк тип тапҡан урында хеҙмәт иттем». Һүҙ уңайынан, Николаевтар гаиләһендә хәрби бурыс тураһында ишетеп кенә белмәй. Һеңлеһе Татьяна контракт буйынса сержант булған, Ростов өлкәһендә хеҙмәт иткән, хәҙер хәрби пенсияла. Оло ағаһы Юрий Николаевич Алыҫ Көнсығышта сроклы хеҙмәт үткән, армия уҡыу йортона уҡырға кергән, унда прапорщиктар әҙерләйҙәр hәм 32 йыл, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Ҡытай сигенән йыраҡ түгел хеҙмәт иткән. Запастағы өлкән прапорщик Юрий Николаев ете дәүләт hәм ведомство бүләктәре, «Жуков», «Яҡшы хеҙмәте өсөн», өс дәрәжәләге «Хәрби хеҙмeте өсөн», «Совет Армияһына 70 йыл» миҙалдары менән бүләкләнә. II дәрәжә «Хәрби хеҙмәтендә отличие өсөн» миҙалы менән дивизияла ни бары дүрт хәрби хеҙмәткәр бүләкләнгән. Пенсияға сыҡҡас, туған ерҙәренә ҡайта, был ваҡытҡа яҡшы йорт төҙөй, унда барыһын да үҙ ҡулдары менән оҫта итеп эшләй. Ул иретеп йәбештереүсе лә, архитектор ҙа, рәссам-декоратор ҙа, аҫылташтар оҫтаһы ла. Ныҡлы тыл hәм уңайлылыҡты ҡатыны, педагогик хеҙмәт ветераны Альбина Александровна тәьмин итә. Юрий Николаевич актив тормош алып бара, ул ауылға нигеҙ һалыусы Игнатий Васильевҡа иҫтәлекле билдә ҡуйыу инициативаһын башлай, битараф булмаған ауыл халҡы менән балалар майҙансығын төҙөкләндерҙe, хәҙер барыһы бергә ветерандар hәм тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә парк төҙөйҙәр. Юра әйтеүенсә, төҙөкләндереү буйынса күп идеялар авторы: «Тәҡдим ителде hәм хупланды». Ҡыҫҡаһы, Игнашкин халҡына бәхет йылмайҙы, улар янында hәр яҡтан да шундай талантлы кеше йәшәй.

Рәмил МИНЕҒОЛОВ,

Михайловка ауылы

Автор фотоһы .

Автор:
Читайте нас