

Хәҙерге ваҡытта тынлы оркестр уникаль күренеш, hәм уны тергеҙеү инициативаһы уңышлы булып тойола. Торба, баритон, альт, барабан hәм башҡалар — тынлы уйын ҡоралдары. Уларҙа уйнағанда, иҫ киткес тынлы, тауышлы, көслө hәм байрам музыкаһы тыуа. Рәил Рөстәм улы Едиханов тынлы hәм һуҡма уйын ҡоралдары класы буйынса уҡытыусы, талантлы музыкант, ул бар ғүмерен кешеләргә музыка тыңларға hәм аңларға, уны яҙырға hәм музыкаль һәләтле балаларға өйрәнеү шатлығы бүләк итеүҙе һайлаған. Ул Бишбүләк ауылының Балалар сәнғәт мәктәбендә тынлы оркестр ойошторған.
— Беҙ өс йыл элек, 2020 йылда шөғөлләнә башланыҡ. Сентябрь айында йыйыла алманыҡ. Уҡыу процесы октябрҙә башланды. Маҡсатыбыҙ шундай ине — 9 майҙа беҙ митингҡа сығырға тейеш. Балалар бында нота грамотаһын да белмәйенсә килде hәм быға ҡәҙәр улар музыка ҡоралдарын бер ҡасан да ҡулдарында тотмаған. Барлыҡ балалар ҙа тиерлек минең 2-се урта мәктәптәге элекке уҡыусыларым. Килеп шөғөлләнә башланылар, hәм барыһын да ғәжәпләндереп, 9 Майҙа беҙ парадҡа сыҡтыҡ. Хатта тантанаға килә алмаған ветерандарҙың өйҙәрендә лә булдыҡ. Ике әҫәр — «Гномик» hәм «Прощание славянки» марштарын уйнаныҡ. Өс йыл буйына 9 май байрамына беҙ оркестр менән сыҡтыҡ. Әйтергә кәрәк, район үҙәгендe генә сығыш яһамайбыҙ, быйыл май айында беҙҙе Мораҙымға hәм Сухоречкаға саҡырҙылар. Кешеләргә бик оҡшай, hәр ваҡыт йылы ҡаршы алалар, сөнки тынлы оркестр — ул тере музыка hәм барыһы ла уны йылы ҡабул итә. Сығыштар ваҡытында hәр ваҡытта ла яҡшы hауа торошо булмай, әммә беҙҙе hәр ваҡыт уйын ҡоралдарында уйнау, музыкабыҙ йылыта, — ти Рәил Рөстәм улы.
Бөгөн оркестрҙа туғыҙ кеше, улар барыһы ла Бишбүләк ауылының урта мәктәбе уҡыусылары. Маҡсатлы уҡыу-ижад эше алып барыла, башҡарыу дәрәжәһе камиллаштырыла.
— Был уҡыу йылы күптәр өсөн инде сығарылыш йылы. Шуға күрә миңә, әлбиттә, бер аҙ моңһоу. Яңы состав йыйып, шундай дәрәжәгә еткерергә тура киләсәк — был титаник хеҙмәт. Хәҙер минең яңы уҡыусыларым бар, улар араһында хатта бер 1-се класс уҡыусыһы ла бар. Ҡайһы берҙәре музыка мәктәбен тамамлағандан һуң килә, улар араһында Константин Кудряшев музыкаль яҡтан грамоталы кеше. Ул музыка мәктәбен баян класы буйынса тамамлаған, — ти, Рәил Рөстәм улы. - Барлыҡ балалар ҙа бик талантлы, тәртипле. Коллективта дисциплина беренсе урында, бер ниндәй ҙә дәрес ҡалдырыуҙар юҡ. Улар дәрестән бер аҙ арып, әммә ҡәнәғәт булып ҡайтып китә.
Уҡыусыларҙың ата-әсәләре өсөн — был ғорурлыҡ. Уларҙы дәрескә бик теләп ебәрәләр, ә уларҙың балалары ҡайҙалыр сығыш яһаһа, улар өсөн — был байрам. Тора-бара балалар оркестры үҙенең сәнғәт мәктәбе сиктәрендә генә түгел, ә башҡа өлкәләрҙә лә кәрәк була. Райондың мәҙәни тормошонда актив ҡатнашып, оркестр ағзалары халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды, рухи-әхлаҡи тәрбиәләү йәһәтенән ҙур өлөш индерә.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотоһы.