

Инжир баш мейеһенең эшен дә яҡшырта,температура юғары булғанда, ангина, бронхит , организм хәлһеҙләнһә, арыһа ярҙам итә.
Бер ай дауамында һәр көн берәр инжир ашаһағыҙ, дарыу нимә икәнен дә оноторһығыҙ. Дауаланыу курсын бер айҙан ҡабатлағыҙ.
Температура юғары булғанда, ангина, бронхит ваҡытында бер аш ҡалағы ваҡлап туралған инжирға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ун минут һүрән утта ҡайнаталар. Һөҙөп алып, көннә дүрт тапҡыр эсәләр.
Хәлһеҙлек, арығанлыҡ һиҙелгәндә бер стакан йылы һөткә инжир һалып эсегез.
Бутерброд урынына инжирҙан яһалған салат ашаһағыҙ, асыҡмаҫһығыҙ, йөрәгегеҙ ҙә яҡшы эшләр.
🥑Салат өсөн 300 гр инжир, 150 гр ҡара емеш, 2,5 аш ҡалағы миндаль, бер стакан кефир, бер әфлисун ҡабығы кәрәк була.
Инжир менән ҡара емеште, сәтләүекте ваҡлап турайбыҙ, ваҡланған әфлисун ҡабығы менән кефир һалабыҙ ҙа болғатабыҙ. Шәкәр ҡушабыҙ.
💚Һау-сәләмәт булығыҙ
https://vk.com/bashkortvk