

Элек-электән беҙҙең халҡыбыҙ ишек алдын тултырып, ҡаҙҙар аҫраған, сөнки ҡаҙҙың ите лә тәмле, майы ла шифалы, йөндәрен лә, сифатлы була. Бикҡол ауылының уңған хужабикәләре йыл һайын күпләп бәпкәләре алып үҫтерә, быға Дим йылғаһының эргәлә генә булыуы ла өҫтөнлөк бирәлер. Ни тиһәң дә, һыу буйында йөрөп үҫкән ҡаҙҙарҙың йөндәре лә таҙа була.
Әлеге мәлдә ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре дауам итә. Йылдан-йыл ҡош-ҡорт таҙартыу ысулдары ла еңеләйә бара, әммә күптәр ҡаҙ түшкәләрен таҙартҡандан һуң, уның йөнөн файҙаланмай, ә сиғандарға тоттороп ебәрә йәки сүплеккә ташлай. Ҡаҙ мамығын йөн эшкәртеү цехына барып, махсус аппаратта таҙарттырып алыусылар ҙа бар. Бикҡол ауылында йәшәүсе Ләлә апай Хәлиуллина биш-алты йыл инде ҡаҙ мамығынан ыҡсым да, матур ҙа мендәрҙәр яһай.
- Беҙ бала саҡта, ҡаҙҙар һуйылғас, йөн һыҙҙырыу өмәләре уҙғарыла торғайны. Күмәкләшеп кис ултырып, төрлө мәҙәк хәлдәр һөйләшә-һөйләшә эшләй торғайныҡ, уларҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. Ҡаҙ мамығынан яһалған мендәр экологик яҡтан таҙа, һәр өйҙә ҡабартып өйөлгән мендәр-яҫтыҡтар өйөлөп тора торғайны, тик ни өсөндөр, күптәр (айырыуса йәштәр) һатыуҙағы мендәрҙәргә өҫтөнлөк бирә. Сөнки берәүҙәргә тығыҙлығы, формалары оҡшамай, икенселәргә иһә аллергия булыуы, насар еҫ килеүе күңеленә ятмай. Ни тиһәң дә, хәҙерге кеүек ҡаҙҙар ишек алдында ғына тотолмаған, ә ағын һыуҙа йөрөп үҫкән, һуйыр алдынан да хужалар уларҙы таҙа һыуҙа йөҙҙөргән. Беҙҙең өләсәй-инәйҙәр ҡаҙ йөнөн һыуҙа бешекләп таҙартмаған шул, шулай уҡ ҡанат, ҡойроҡ, салбар йөндәрен айырым алғандар,- тип, үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша ул.
Йорт хужабикәһе бер нисә йыл элек үҙе күпләп ҡаҙҙар аҫраған, күркә лә үҫтергән, быйыл иһә өйрәктәр алып һимерткән һәм күрше тирәһе, туған-тыумасаһы менән өмә уҙғарған. Үҙе ҡаҙ аҫрамаһа ла, ауылдаштары һәм таныштары уға ҡаҙ йөндәрен килтереп бирә.
- Мин мендәрҙе ҡаҙ йөнөнән генә яһайым. Ни тиклем таҙа күренһә лә, йыуам. Иң тәүҙә ҙур кәритәгә ҡаҙ йөндәрен һалып, эҫе һыу ҡоям һәм шыйыҡ порошок өҫтәйем, бер аҙ тотҡандан һуң, дуршлаг өҫтөндә һығам, өсөнсө тапҡырында хуш еҫ биреүсе шыйыҡса өҫтәп, бер нисә тапҡыр таҙа һыуҙа сайҡайым. Эш барышында, күҙгә салынған һуҡталарҙы, тиреһе, ите менән ҡуша ҡубарылған йөндәрҙе һәм башҡа сүп-сарҙы сүпләп алып ташлайым. Артабан, һыуы һарҡһын өсөн, йылы урында киптерәм. Бының өсөн иң аҫҡа клеенка йәйәм, уның өҫтөнә одеял түшәйем һәм йәнә йоҡа сепрәк йәйеп, шуның өҫтөнә йыуылған ҡаҙ йөндәрен һалам. Һыуы бер аҙ һарҡҡандан һуң, йәнә ҡоро әйбергә һалып, икенсе урынға күсерәм. Ап-аҡ булып торған мамыҡты көнөнә бер нисә тапҡыр болғатҡылайым, ул ун-ун ике сәғәттә кибә, - тип, барыһы тураһында ла ентекләп аңлата Ләлә Миңнулла ҡыҙы.
Залдағы ике урында ап-аҡ ҡаҙ йөндәре өйөлөп тора. Хужабикәнең бөхтә итеп йыйыштырылған өйөндә бер ниндәй ҙә мамыҡ туҙып ятҡанын күрмәҫһең. Радионан ағылған көйҙәр аҫтында, Ләлә апай ҡаҙ йөнөн һыҙҙырырға ултыра. Ҡарап тороуға еңел генә тойолһа ла, был бик ваҡ эш, ул түҙемлек талап итә. Шулай ҙа, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – үҙе ҙур ҡыуаныс.
- Ҡанаттан һыҙырып алған эре йөндәрҙе һыҙырам. Әгәр ҙә, эре йөндәрен һыҙырып алып ҡушмаһаң - мендәр ҡаты була, ә бары тик мамыҡ йөндәре генә булғанда, мендәр тиҙ таушала һәм ҡом кеүек ишелеп йөрөй. Шуға ла һыҙырылған йөн ҡушыу мотлаҡ, - тип был эштең нескәлектәре менән таныштыра ул.
Ләлә апай үҙ ысулы менән таҙа һәм күпереп торған ҡаҙ мамығын кәпрәнгә тултырып, кәрәкле размерҙа йомшаҡ мендәрҙәр яһай. Төрлө ҙурлыҡтағы ябай тышлыҡлы һәм сигелгән мендәрҙәре өйгә йәм биреп тора. Унан яңы ҡаҙ мамығынан эшләнгән мендәрҙәрҙе ҡыҙҙарының бирнәһенә тип алыусылар ҙа бар. Боронғо шөғөлдө тергеҙеүсе хужабикә әйтеүенсә, йыл һайын ул 8-10 мендәр яһай, ҡабарып торған мендәрҙәрен ул туғандарына ла бүләк иткән, таныштары ла һатып ала икән.
Эйе, ҡаҙ мамығынан эшләнгән мҽндәрҙә йоҡлауы уңайлы ла, тыныс та. Бының менән күптәр килешер, моғайын.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.