Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Декабрь 2023, 19:01

Штраф түләгең килмәһә...

Өфөлә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплексы эшләй башланы.

Штраф түләгең килмәһә...Штраф түләгең килмәһә...
Штраф түләгең килмәһә...

Хәбәр ителеүенсә, «Пульсар» көмбәҙ комплексы Совет майҙанында - Зәки Вәлиди урамынан Пушкинға тиклемге участкала дөрөҫ булмаған парковканы теркәйәсәк.

Өс боролош камералары ярҙамында комплекс тиҙлек режимын боҙоуҙы,  һыҙаттарҙы һәм билдәрәҙе үтәмәүҙе теркәй ала, шулай уҡ водитель эләктерелмәгән йәки кәҫә телефонынан һөйләшкән осраҡта ла "күрәсәк".

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, комплекс реаль ваҡытта транспорт ағымын күҙәтергә мөмкинлек бирә.

- Артабан бындай комплекстар ҡаланың башҡа урамдарында ла ҡуйыласаҡ, - тип билдәләнеләр төбәктең Транспорт министрлығында.

Фото:https://t.me/transportbashkortostan

https://shonkar.com

Штраф түләгең килмәһә...
Штраф түләгең килмәһә...
Автор:
Читайте нас