

Бисквит өсөн:
4 йомортҡа
1 стакан он
1 стакан шәкәр
0,5 стакан май
1 пачка ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель)
Иң тәүҙә йомортҡаны шәкәр ҡомо менән ҡабартабыҙ. Унан һуң ҡамыр йомшартҡыс һалабыҙ. Ванилин ҡушабыҙ. Май, һалабыҙ, әҙ-әҙләп он өҫтәйбеҙ. Ипләп кенә болғатып 180 градуслы мейетә бешерәбеҙ.
Һыуытабыҙ. Бәләкәй шаҡмаҡтарға киҫкеләйбеҙ.
Крем өсөн: 1 ҙур пачка 20 % лы ҡаймаҡ, тәменсә шәкәр, кем нисек ярата. Мин ғәҙәттә 2-3 ҡалаҡ ҡына һалам, сөнки бисквит былайҙа баллы.
Эшләү тәртибе:
Кремға шаҡмаҡ бисквиттарҙы мансып тәринкәгә өйөп мендерергә лә була. Мин табаҡҡа тултырып эшләнем. Табаҡҡа пищевая плёнка йәйергә онотмағыҙ. Кире ҡаплап тарелкаға төшөргәндә яйлы була! Эсенә ананас (банкалағы) һалдым, теләге булғандар грек сәтләүеге, йә булмаһа башҡа төрлө еләк- емеш һала ала.
Йәнегеҙ нисек теләй шулай биҙәй алаһығыҙ. Шоколадты һыулы кастрүлдә иретеп өҫтөнә ағыҙҙым, Грек сәтләүге менән биҙәнем. Шул ғына.
Ҡатмарлы рецепт түгел!
https://vk.com/club123805055