Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Декабрь 2023, 10:00

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Айыт урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльза Мөхтәсимова егерме биш йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара

Туған телгә һөйөү тәрбиәләйТуған телгә һөйөү тәрбиәләй
Туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Уҡытыусының эше еңелдән булмауы һәр кемгә мәғлүм. Шулай ҙа йәш быуынды белемле итергә ынтылып, ошо мөһим һөнәрҙе һайлаусылар аҙ түгел. Айыт урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара.

Тыумышы менән Бикҡол ауылынан булған Эльза Марс ҡыҙы Ҡаныҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң, уҡыуын республикабыҙҙың Р.Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында дауам итә. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология бүлегенә уҡырға инә. 1988 йылда 3-cө курс студенткаһы Айыт ауылы егете Зиннур Ғүмәр улы менән сәстәрен сәскә бәйләп тормош ҡора. Эльза Мөхтәсимова ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Айыт урта белем биреү мәктәбендә балалар уҡыта башлай. Шул ваҡыттан алып уның 35 йыл хеҙмәт юлы ошо уҡыу йорто менән тығыҙ бәйле. Йәш педагог тәүге йылдарҙа пионервожатый булып эшләй.  

- Мәктәптә пионерҙар менән эшләгән йылдарым йәшлек осороноң иң яҡты иҫтәлеге булып тора. Уҡыусыларҙы пионер, комсомол сафына алыуҙар үҙе бер байрамға әүерелә торғайны. Отрядтар бер-береһе белән ярышып эшләйҙәр ине. Ҡайын, нарат бөрөләре, макулатура, металл һыныҡтары йыя инек. Тимурсылар ярҙамға мохтаж өлкән йәштәге ауылдаштарға ла ярҙам күрһәтте. Балаларҙа ана шулай йәштән үк эшһөйәрлек, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләнде, - тип, хеҙмәт юлының башын иҫкә ала ул.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Мөхтәсимова бер нисә быуын балаларына белем биргән. Бөгөн белем усағында туғыҙ ауылдан килгән төрлө милләт балалары уҡый. Уларҙың күпселеге башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһә, утыҙлап бала туған тел булараҡ уҡый. Әйтергә кәрәк, башҡорт теле уҡыусыһы биш йыл буйына күрше Боголюбовка мәктәбенә йөрөп, башланғыс кластарҙа туған тел дәрестәрен дә алып барған.

- Уҡыусылар араһында төрлөһө бар: кемдәндер бер шиғыр ҙа ятлатып булмаһа, икенселәр, башҡорт теле буйынса уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға атлығып тора. Ғабдуллина Азалия, Хәкимйәнов Эмиль, Сәетғәлиев Данияр, Мөхтәсимова Дилара, Хафизова Радмила кеүек әүҙем уҡыусыларым булыуы - үҙе ҙур шатлыҡ. Күптән түгел башҡорт теле буйынса үткәрелгән район олимпиадаһында 7-cе класс уҡыусыһы Башаров Рамазан 3-сө урын алды, артабан ул республика этабында үҙ көсөн һынаясаҡ. Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, төп маҡсатым – уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы күберәк башҡортса аралаштырыу, башҡа милләт балаларында башҡорт теленә ихтирам тойғоһон уятыу. Сөнки бөгөн уҡыусылар араһында аралашыу тулыһынса рус телендә алып барыла тиерлек, шуныһы күңелде ҡыра, - ти, Эльза Марс ҡыҙы.

Сократ уҡытыусыһын ямғыр тамсыһы менән таныштырған. Ысынлап та, һыу бар тереклеккә йән өрә, үҫемлеккә буйға күтәрелергә ярҙам итә. Уҡытыусы ла бәрәкәтле ямғыр тамсыларҙай уҡыусыларға белем орлоҡтары һалып, уның мөмкинлектәрен асырға ярҙам итә. Эльза Марс ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусыларға белем биреү менән генә сикләнеп ҡалмайынса, уларҙы ижади, мәҙәни яҡтан үҫтереүгә булышлыҡ итә. Айыт урта мәктәбендә “Аҡмулла уҡыуҙары” кеүек шиғыр конкурстары йәки башҡа башҡорт яҙыусыларының юбилейҙары айҡанлы, әҙәби-музыкаль саралар йыш уҙғарыла. Уның уҡыусылары район кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар яулап, Ҡоролтай исеменән, райондың мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Тәжрибәле педагог төп эшенән тыш, 1-cе класс уҡыусылары өсөн “Сәңгелдәк” түңәрәген алып бара.

- Эшемде, балаларҙы яратам, уларҙың һәр бер уңышына шатланам. Беҙ, уҡытыусылар, үҙ фәнебеҙҙе өйрәтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә уларҙы оло тормошҡа әҙерләйбеҙ, дөрөҫ юл һайларға ярҙам итәбеҙ. Уҡыусыларым араһында ла педогог булып киткәндәр байтаҡ. Мин үҙем өс тапҡыр класс етәксеһе булдым, былтыр 11-селәрҙе сығарҙым. Шул йылдар эсендә балаларға шул хәтлем өйрәнәһең, уларҙан айырылыуы ла ауыр, - ти, мәғариф хеҙмәткәре.  

Һөнәри конкурстарҙа ла үҙенең көсөн һынап ҡараған Эльза Марс ҡыҙы. Ул  2005 йылда “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” муниципаль район конкурсында ҡатнашып, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеү яулай, шулай уҡ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014” бәйгеһендә уңышлы сығыш яһап, “Туған телгә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн” номинацияһына лайыҡ булған. 

Эльза Мөхтәсимова ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Зиннур Ғүмәр улы менән татыу ғүмер кисерәләр. Улдары Артур Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис  академияһын  тамамлаһа, ҡыҙҙары Земфира Башҡорт дәүләт аграр университетында  юғары белем алған. Улар икеһе лә үҙ ғаиләләрен ҡорған, ата-әсәһенә ейән-ейәнсәрҙәр ҙә бүләк иткәндәр. Һәр саҡ ярҙам итеп, ҡеүәтләп торғандары өсөн ғаиләһенә, иренә һәм балаларына рәхмәтле ул.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотоһы.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Автор:Гумерова Л
Читайте нас