

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген юғары баһаланы:
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелә башлаған Башҡорт теле көнө күркәм йолаға әүерелде, йылдан-йыл уның даирәһе киңәйә, әһәмиәте лә арта бара. Йыл һайын айырым йүнәлешкә иғтибар бирелеүе лә уңышлы. Мәҫәлән, быйыл фән һәм мәғрифәт темаһына баҫым яһалһа, быға тиклем Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары булып уҙҙы.
Киләһе йылды иһә Йәштәр йылы тип иғлан иттеләр.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелә килгән “Халиҡов уҡыуҙары”, “Тасимов уҡыуҙары”, фәнгә бағышланған саралар ҙа оло рухи әһәмиәткә эйә. Ойошманың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам акцияларын тәүгеләрҙән булып башлап ебәреүе, госпиталдәрҙәге егеттәребеҙгә даими ярҙам итеүе лә күптәргә өлгө һәм этәргес булып тора, - тип билдәләне Урал Таһир улы.
Ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, квиз уйынында ҡатнашты.
Сарала бер төркөм йәмәғәт әүҙемселәренә юғары дәүләт наградалары тапшырылды.