

Йылбулаҡтамаҡ ауылында тыуып-үҫкән һәм бар ғүмерен ошо ерҙә уҙғарған Ғәлиә Барый ҡыҙы күптән инде хаҡлы ялда. Бөгөн ул иркен йортта яңғыҙы йәшәй, яҡты бүлмәләрҙә һәр нәмә зауыҡ менән урынлаштырылған, залдағы журнал өҫтәлендә ҡалын битле фотоальбом иғтиьарҙы йәлеп итә. Һәр кемдең тормошондағы мөһим ваҡиғалар – ғаилә ҡороу, балалар тыуыуы һәм башка бәхетле миҙгелдәр барыһы ла кадрҙарҙа мәңгеләштерелгән. Етмеш ете йәшлек йорт хужабикәһе уны әленән-әле ҡулына ала.
- Был альбом минең өсөн бик тә ҡәҙерле. Камил ағайың миңә уны 8 мартҡа бүләк иткәйне. Башта кисен ултырып, фотолар ҡуйып сыҡты, ҡайһы берҙәрен реставрировать итте, икенселәрен - ҙурайтты. Бында хатта ул минең Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын да ҡуйған. Был иҫтәлекле фото 77 йыл элек төшөрөлгән, әммә бында мин эләкмәгәнмен, - тип беренсе биттәге фотоны күрһәтә ул. – Атайым менән әсәйем эргәһендә туғандарым тора. Атайым Барый Муллағата улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, әсәйемдең, үкенескә күрә, төҫөн дә хәтерләмәйем, ул миңә ике йәш булғанда, һыуыҡ тейҙереп вафат булған, миңә иҫтәлеккә ошо фото ғына ҡалған.
Йылдар нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тол ҡалған Барый һуғышта ире һәләк булған өс балалы Миңйыһан исемле ҡатынды һората. Ике оялағы етем балалар бергә ҡушылғас, ҙур ғаилә булып йәшәйҙәр.
- Олтайым Муллағатаның бар мөлкәтен тартып алып һөргөнгә ебәргәндәр. Ул Өфөләге нефть эшкәртеү заводында ебәрелә һәм шунда үлеп ҡала. Бала саҡта атайымды кулак балаһы тип кәмһетеп ҡараһалар ҙа, үҫеп еткәс, башлы булғанға күрә, уға яуаплы эштәрҙе ышанып тапшырғандар. Ул һуғыштан һуң бригадир йөгөн тарта. Өҫтәүенә, бик намыҫлы ла була, бар әйбер ҡулында булһа ла, өйгә нимәлер алып ҡайтҡанын хәтерләмәйем. Ғаиләбеҙ ишле, ашарға етешмәй, өҫкә кейергә юҡ ине, шундай юҡлыҡта үҫһәк тә, заманына күрә барыбыҙ ҙа белем алырға ынтылдыҡ: Шамил, Вәзир туғандарым- техникум, үҙем Бирскиҙағы педагогия институтын тамамланым, - тип, үткәндәрҙе иҫкә ала мәғариф ветераны.
Һәр өлкән кеше йәшлек йылдарын һағынып иҫкә ала торғандыр. Юҡҡа ғынамы ни, шағир Әнғәм Атнабаев, ҡарап сығырға тип бирһәләр, ғүмер китабымдың
"йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
урлар инем, тип яҙа. Сираттағы фотонан беҙгә йәш, сибәр Ғәлиә Барый ҡыҙы йылмайып баға, уның мәктәп буҫағаһын атлап, яңы эшкә керешкән сағы.
- Мин бала саҡтан уҡ, үҫемлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһындым, мәктәптән биология уҡытыусыһы киткәс, уның урынына әҙәбиәт уҡытыусыһы ҡалды, ул мине йыш дәрестән саҡырып, баҡсала ҡайҙа, нимә ултыртырға икән, тип һораша торғайны, - тип әңгәмәне дауам итә ул. – Мин хеҙмәт юлымды Дүсән урта мәктәбендә башланым, унда бер йыл эшләгәс, тыуған ауылымда балаларға биология фәнен алып барҙым. Бөгөнгөләй хәтеремдә: балалар ҡул күтәреп яуап бирәләр, апай, тип өҙөлөп торалар. Ул заманда мәктәптә 300-ләгән бала булды. Дәрестәр алып барыуҙан тыш, ике йыл директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләнем, ә тормош иптәшем Камил Фәйруша улы озаҡ йылдар тарих уҡытты, ул мәктәп директоры итеп тә билдәләнде. Әйтергә кәрәк, беҙ бик ауыр шарттарҙа эшләнек, мәктәптә ҡышын ҡараңғы, һыуыҡ ине, шуға күрә күп ваҡыт өҫтә пальто булды.
Оло йәнле, үҙ эшенә бирелгән, һәр бер уҡыусыны балаһы кеүек яҡын күргән уҡытыусының абруйы ата-әсәләр алдында ҙур була. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да, гөрләп торған мәктәп тормошонан айырылыуҙы ауыр кисерә ул.
Ғаилә тормошона күҙ һалһаҡ, Ғәлиә Барый ҡыҙы бик бәхетле ҡатын-ҡыҙ. Тыуған ауылында Ғәфифә һәм Фәйруша Хәмитовтар йортона килен булып төшә ул. Ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған ҡвйныһы ла, ҡәйнәһе лә киленде бик яраталар.
- Ауылдашым Камил Хәмитов армиянан ҡайтып, мәктәптә эшләгән ваҡытта бер аҙ дуҫлашып йөрөнөк тә, өйләнештек. Ҡәйнәм менән өс йыл бергә йәшәп ҡалдыҡ, ә ҡайным менән бер түбә аҫтында ун алты йыл ғүмер иттек. 1973 йылда ғаиләбеҙ тағын да артты - беҙҙең игеҙәк улдарыбыҙ тыуҙы, бер аҙҙан йәнә ике улыбыҙ донъяға ауаз һалды. Оло кеше йортҡа - йоҙаҡ, балаларға күҙ-ҡолаҡ булды, улай ғына ла түгел, үҫеп килеүсе улдарбыҙҙы бесән сабырға һәм башҡа хужалыҡ эштәренә лә өйрәтте, - тип, ғаилә тормошон ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала ул.
Ғүмеренең икенсе яртыһында ла, ауыл тормошо өсөн, янып йәшәргә ваҡыт таба Ғәлиә Барый ҡыҙы. Уны Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар. Билдәле инде, әгәр кеше үҙе тырышлыҡ күрһәтмәһә, уны яуаплы урынға ҡуймайҙар.
- Элек ауыл Советында махсус машина юҡ ине, нимә тура килә - шуның менән йөрөнөк. Ул йылдарҙа халыҡ йыш ҡына төҙөлөш өсөн ағас һорап мөрәжәғәт итә торғайны. Бәләбәйгә барып, делянканы ҡарап, лесник менән һөйләшеп, ана шулай тиҫтәләгән ауылдашыма йорт һалышырға ярҙам иттем. Беҙ ғинуар башында, халыҡ алдында сығыш яһап, йыл дауамында башҡарылған эштәр тураһында отчет бирә инек, - ти, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәүсе ханым.
Ғәлиә Барый ҡыҙы ауылдың йөҙөн һаҡлап ҡалыу, унда йәшәүселәрҙең тормошон тағын еңеләйтеү өсөн башлап йөрөүселәрҙең береһе була. Ул эшләгән осорҙа, ауыл Советы яңы бинаға күсә, ауылда һәм Туҡайҙа яңы клуб асыла. Йылбулаҡтамаҡ ауылы күҙгә күренеп ҙурая, халыҡ һаны бермә-бер арта, балалар баҡсаһы ла сафҡа баҫа. 1975 йылда йорттарға үҙәкләштерелгән һыу үткәрелә, ә ауылға газ килеүен халыҡ бигерәк тә һөйөнөп ҡаршы ала.
- Элегерәк, ауылда өй һалыу өсөн урын етмәһә, хәҙер һәр ерҙәге кеүек, буш йорттар һаны арта бара. Беҙҙең урамда ғына ла унлаған йортта ут янмай, - тип, тыуған ауылының киләсәге өсөн борсолоуын йәшермәй ул.
Бөгөн Хәмитовтарҙың ҙур, яҡты йорто – балаларының барыһын да үҙенә тартып торған йылы усаҡ. Улар балаларына тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы хеҙмәт кешеләре булырлыҡ тәрбиә бирә алған. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы Хәмит Фәйрүша улы ғына был тормыштан иртәрәк китеп бара.
Балалары менән дә хаҡлы ғорурлана Ғәлиә Хәмиова. Заманында Орлов юғары хәрби училищеһын тамамлаған игеҙәк улдары Рөстәм менән Илһам 50-не түңәрәкләгән. Инсаф Ҡазандың Ғ.Камал театрында эшләй, ул Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. Таһир иһә Ҡазан төҙөлөш кампанияһында хеҙмәт итә, ул техник фәндәр кандидаты. Күптән түгел Илһам да, туғандары янына күсенгән. Рөстәм ғаиләһе менән Бәләбәйҙә йәшәй, элемтә бүлегендә - инженер. Хәмитовтарҙың нәҫелен дауам итеүсе ете ейән һәм бер ейәнсәр үҫеп килә. Улар ҙа, өлкәндәр өлгөһөндә юғары маҡсаттар ҡуйып, алға ынтыла.
-Хәҙер ейәндәрем үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрә. Игеҙәктәр Хәким менән Ғалим Ҡазандағы лицейҙа уҡыйҙар, улар “Сириус”та өс мәртәбә еңеү яуланы, шулай уҡ Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, 100 мең һум аҡса отто. Ҡәҙриә ейәнсәрем Питербургтагы медицина университетын алтын миҙалға тамамланы. Ҡазан университетының химия-биология факультетында уҡыусы Рәхимйән химия буйынса олимпиадала еңеүсе булды, ҡалғандары ла һынатмайҙар. Ваҡыттары ни ҡәҙәр тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, балаларым әленән-әле шылтыратып, хәл белешеп тора. Уларҙың барыһы ла яҡшы булһа, минең дә күңел тыныс, - ти, үҙенең яҡындары тураһында мөләйем әсәй, өләсәй.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.