Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
21 Декабрь 2023, 08:18

Берҙәмлектә - көс

Бишбyләк районы ирекмәндәре меңләгән ҡоро душ комплекты яһаған, улар тиҙҙән беҙҙең һуғышсыларға ебәреләсәк

Берҙәмлектә - көсБерҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс

Бишбүләк ауылы мәсетендә Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн армия коры душ комплектлары әҙерләй торған пункт ойошторолған.
Ҡоро армия душы — гигиена йыйылмаһы, уға бер тапҡыр ҡулланыла торған һөлгө һәм махсус сара менән һеңдерелгән губка hәм ике мамык таяҡсыҡ керә. Йыйылма хәрби ялан шарттарында һалдат гигиенаһын һаҡларға ярҙам итә. Һуғышсыға йыуыныу һәм үҙен тәртипкә килтереү өсөн губкаға бер аҙ һыу һалырға кәрәк.

Ирекмәндәр инде меңләгән ҡоро душ комплекты яһаған, улар тиҙҙән беҙҙең һуғышсыларға китәсәк. Хәҙер улар икенсе партия яһарға тотонған.  Бында эшләүселәрҙең барыһы ла тиерлек пенсионеҙар. Эш көн һайын дауам итә: кемдер комплекттар йыя, ә кемдер кухняла беҙҙең һаҡсыларға ебәреү өсөн милли ризыҡ - бауырһаҡ әҙерләй.
Ҡоро душ яһай башлағансы, ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙең һалдаттар өсөн бер нисә тапҡыр өй туҡмасы әҙерләгән. Улар эш менән генә түгел, финанс ярҙамы ла күрһәтә.
Ҡор душ hәм башҡа гуманитар ярҙам йыйыуҙа Бишбүләк районында йәшәүсе Әлфия Маликова, Мәрйәм Сәлимова, Лилиә Ғәзизова, Фәүзиә Сөләйманова, Лилиә Мозафарова, Рәшиҙә Вәлиева, Рәсимә Петрова, Әлфия Ғәләүетдинова, Нажия Димeева, Флүрә Вәлиева, Альмира Сәфиуллина, Гөлзилә Шиhапова, Рәшиҙә Хисамова, Фәниә Әхмәҙуллина, Резеда Әhлетдинова, Асия Нәғимова, Рәйлә Камаева ҡатнаша. Улар үҙҙәренең изге эштәре менән Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерә.
Наилe СӘБӘХОВА.
Автор фотолары.

Берҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс
Автор:
Читайте нас