Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Декабрь 2023, 05:04

Башҡортостанда йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указына ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырылдыБашҡортостанда йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды
Башҡортостанда йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды

II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән Юғары мөфтөй, Рәсәй моселмандарының Үҙәк Дини идараһы рәйесе Тәлғәт Тажетдинов бүләкләнде.

II дәрәҗә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Олег Макаренко бүләкләнде.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме Өфө сәнғәт училищеһының уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Владимир Жирновҡа бирелде.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тораҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре» исеме Өфөнөң Октябрь районы Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Раил Мирхәйҙәровҡа бирелде.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» исеме Мәүлиҙә Иҙрисоваға бирелде.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринария табибы» исеме Тәтешле ветеринария станцияһы башлығы Нурия Ваһаповаға бирелде.

Башинформ

Башҡортостанда йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды
Башҡортостанда йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды
Автор:
Читайте нас