Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
23 Декабря 2023, 07:31

Яңы йыл иртәлектәре үтә

Бишбүләк ауылының "Йылмайыу" балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн байрам ойошторолдо.   

Яңы йыл иртәлектәре үтәЯңы йыл иртәлектәре үтә
Яңы йыл иртәлектәре үтә

Яңы йыл иртәлектәре - балаларҙың көтөп алған байрамы. Зал гирляндалар, шарҙар, матур уйынсыҡтар менән биҙәлгәйне. ,,Турғайҙар,, кескәй төркөмөндәге малай һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре өсөн сағыу тамаша әҙерләнгәйне. 

Балалар янына ҡунаҡҡа Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Ҡар бабай килде.  Улар һәр кемгә һаулыҡ, уңыштар теләп, балаларға күстәнәстәр өләште. Төрлө костюмдар кейгән балалар шыршы ҡупшы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, бейене, ҡунаҡтар менән бергәләшеп йырланы.  Байрам аҙағында барыһы ла Ҡыш бабайҙан күстәнәстәр алып ҡыуанды.

"Йылмайыу" балалар баҡсаһы сайтынан алынды. 

Яңы йыл иртәлектәре үтә
Яңы йыл иртәлектәре үтә
Автор:
Читайте нас