

Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбендә эш тағын да йәнләнеп киткән, сөнки бында студенттар практика үтергә тип ҡайтҡан. М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетында белем алыусы ҡыҙҙарҙың барыһын да уҡытыусы булырға тигән ҙур теләк берләштерә. Ғәрифуллина Адина һәм Айгизә Әхмәтова киләсәктә башланғыс кластар уҡытыусыһы булһа, Нәбиева Илүзә мәктәпкәсә йәштәге учреждениеһы тәрбиәсеһе булып сығасаҡ.
Илүзә, Адина һәм Айгизә - ошо мәктәпте тамамлаған уҡыусылар. Беренсе көндән үк, үҙҙәренең һәләттәрен, балаларҙы яратыуҙарын күрһәткән йәштәрҙең ни өсөн педагог һөнәрен һайлауы менән ҡыҙыҡһындыҡ:
Айгизә Әхмәтова БДПУ-ның III курс студенты:
- Бәләкәйҙән үк, әсәйем кеүек, уҡытыусы булғым килде, Ул Миәкә “Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда” педагог-ойоштороусы, “Сулпылар” өлгөлө фольклор коллективының етәксеһе булып эшләне. Беҙ бик күп республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ала инек. Мин шунда уҡ, уҡытыусы булыу теләге менән яна инем. Ошо хыялым мине Башҡорт дәүләт педагогия университетына алып килде лә инде. Миңә Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбендә практика үтеү бик оҡшаны. Үҙемә ышанып тапшырылған 1-се класс уҡыусылары менән дәрестәр һиҙелмәй ҙә үтә. Һәр бала үҙенсә, һәр береһендә үҙенсә холоҡ. Уларҙы етәкләгән Рәмилә Мәжит ҡыҙы Харрасова миңә уҡытыу серҙәрен, һәр бала менән уртаҡ тел табырға өйрәтте, мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Ғәрифуллина Адина, БДПУ-ның II курс студенты:
- Мин дә бала саҡтан уҡ, уҡытыусы булырға теләй инем, сөнки уҡытыусы һөнәре бик кәрәкле, күңелле тип иҫәпләйем. Балаларҙың рәхмәт һүҙҙәрен, уларҙың һөҙөмтәләрен, дәрестәге яңы ҡаҙаныштарҙы тәүге тапҡыр практикала күрҙем. Юғары уҡыу йортонда балаларҙы уҡытырға өйрәнһәк, практикала иһә алған белемдәребеҙҙе ҙур ҡыуаныс менән ҡулланабыҙ. Шуға күрә балаларға яҡыныраҡ булыу һәм мәктәптә практика үтеү миңә күберәк оҡшай һәм еңелерәк күренә.
Нәбиуллина Илүзә, БДПУ-ның I курс студенты:
- Мин ғаиләлә уртансы бала, туғаным Ғәзиз мәктәптә уҡый, ә ағайым Алмаз Өфө нефть техник дәүләт университетында белем ала. Үҙем студент тормошонан ҡәнәғәтмен, бюджет нигеҙендә уҡыйым, беҙ төркөмдә тәүҙә 25-ләп булһаҡ, хәҙер егерме кешегә ҡалдыҡ.
Мин практика үткән класта барлығы һигеҙ бала. Тәү тапҡыр улар алдына баҫҡас, бер аҙ ҡаушаным да кеүек. Хәҙер инде улар - миңә, мин – уларға өйрәндем. Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгәндә, уларҙы фекерләргә, ижад итергә өйрәтергә тырышабыҙ, һәләттәрен ваҡытында асыҡларға ярҙам итәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, миңә балалар менән эшләү бик тә оҡшай.
Барлык практиканттарҙың да беренсе педагогик аҙымдары юғары баһа алған. Улар класс етәкселәренең ярҙамсылары булараҡ та, балалар менән төрлө мауыҡтырғыс саралар үткәргән. Киләсәктә улар тыуған ерендә балалар уҡытыр, төбәк мәғарифын алға сығарыуҙа үҙ өлөшөн индерер. Иң мөһиме – үҙҙәре теләгәнсә, балаларҙың иң яратҡан уҡытыусыларына әүерелер. Уныһын, әлбиттә, ваҡыт күрһәтер.
- Бөгөнгө көндә мәғариф учреждениеларында күбеһенсә пенсия йәшендәгеләр эшләй. Киләсәктә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн, үҙебеҙҙең мәктәптән киткән уҡыусыларҙың ҡабат бында эшкә ҡайтыуҙарына өмөт итәбеҙ. Уларҙың күбеһе йүнәлтмә буйынса уҡый, практика барышында тәжрибә туплайҙар. Беҙ уларҙың һәр уңышына һөйөнөп торабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ, - ти, мәктәп директоры Римма Индус ҡыҙы.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.