

Районыбыҙҙа ситтә йәшәп тә, туған ерҙәренә битараф булмаған кешеләр күп, улар йөрәк ҡушыуы буйынса ауылдаштарына төрлө проблемаларҙы хәл итeргә ярҙам итә. Тыуған төйәгенә ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт күрһәткән hәм уны яратҡан ярҙамсыл кешеләр һәр саҡ табыла. Кемдер төҙөкләндереүгә, кемдер мәҙәниәт hәм мәғарифте үҫтереүгә, ә кемдер кесе ватанында спортты үҫтереүгә шәхси аҡсаһын бүлеп бирә. Бишбүләк ауылынан Вил Заhит улы Шәмғолов шундай кешеләрҙең береһе.
Вил Ҡасҡын ауылында тыуып үҫкән. Бишенсе класҡа Йылбулаҡтамаҡ ауылы урта мәктәбенә уҡырға бара. Шул ваҡытта ул спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Тәү тапҡыр өлкәндәр нисек хоккей уйнағанын күрә hәм был спорт төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуа. Малай бар ҡыйыулығын йыйып, физик культура уҡытыусыһы янына килә hәм хоккей командаһында ҡапҡала торорға теләүен әйтә. Вил әйтеүенсә, ул ваҡытта хоккейсылар өсөн яҡшы экипировкалар булмаған. Уҡытыусы биргән ҡапҡасы формаһы ике размерға ҙурыраҡ була, ләкин егет уны өйөнә алып ҡайтып, үҙе тегә, форма өсөн яраҡлы ҡайыштар таба.
Шул ваҡыттан алып спорт уның тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ҡышҡыһын ул хоккей, ә йәйгеһен футбол уйнай. Мәктәп йәшендә Вил еңел атлетика менән шөғөлләнә hәм район ярыштарында hәр ваҡыт призлы урындар ала.
Күрше ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ физик культура колледжына уҡырға керергә ҡарар итә. Ләкин беренсе йылда үк хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ярты йыл мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәс, уны пехотаның хәрби машиналарын йөрөтөү буйынса инструктор итеп күсерәләр. Армиянан йәш егет сержант булып ҡайта.
Хеҙмeтенән һуң иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә һәм Октябрьский ҡалаһына эшкә урынлаша. Унда бер аҙ ваҡыт эшләгәс hәм кәрәкле таныҡлыҡтар алғандан һуң, кранда эшләй.
Ул үҙенең буласаҡ ҡатыны Алияны Бәләбәй ҡалаһында осрата. Уны күргәс, ул шунда уҡ ғашиҡ була. Ҡыҙ күрше ауылдан булып сыға. Төньяҡта вахта ысулы менән эшләгәндә, Бишбүләктә яңы йорт һала hәм ғаилә кора. Күптән түгел Вил һәм Алия икенсегә ата-әсә булыу бәхетен татыған. Улар ҡыҙҙары Азалина hәм улдары Вилданды тәрбиәләй.
Быйыл Вил ҡустыһы менән «Төҙөлөш ҡоралдарын прокатлау» шәхси эш асырға ҡарар итә, шулай уҡ төҙөлөштәр менән шөғөлләнәләр. Эшҡыуар әйтеүенсә, Бишбүләктә бизнес асыуға уны hәр ваҡыт ғаиләһе янында булыу теләге этәргән. Бынан тыш, ул Сухоречкала янғын һүндереүсе булып эшләй.
Эше ни ҡәҙәр генә күп булмаһын, ул спорт тураһында бер ҡасан онотмай. Һәр ваҡыт хоккей hәм футбол уйнауын дауам итә, физкультура-cпорт комплексында шөғөлләнә. Вил үҙ ауылынан, шулай уҡ күрше ауылдарҙан иптәштәре менән бергә «Леон» футбол командаһын ойошторған, ул район ярыштарында бер нисә тапҡыр призлы урындар алған. Команда hәм форма өсөн аҡсаны ул үҙе бирә.
Быйыл Ҡасҡын ауылының юбилейында ул беренсе тапҡыр районда яңы спорт төрө — мотоблоктарҙа уҙыш ойошторҙо, приз фонды спонсорҙарының береһе булды. Уның пландарында хәҙер район һабантуйында әлеге спорт төрөн күрһәтеү.
Йәйгеһен Вил Шәмғолов күрше ауылдар менән футбол, ә ҡышын — хоккей буйынса турнирҙар ойоштора. Үҙе әйтеүенсә, бала саҡта уның спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәре булмаған. Ләкин хәҙер ул кесе ватанында спортты үҫтерергә тырыша. Уның хыялы — Стәрлетамаҡ физик культура колледжын тамамлау hәм институтҡа уҡырға инеү, күңеленә ятҡан һөнәр алыу.
Вил — тыйнаҡ, әммә маҡсатлы егет, ул спорт менән шөғөлләнергә генә түгел, ә бер нисә урында эшләргә, үҙ бизнесын үҫтерергә, ғаиләһе менән дә ваҡыт үткәрергә лә өлгәшә. Вил кеүек йәштәр ярҙамында беҙҙең ауылдарыбыҙа спорт үҫешә. Уның кеүек спорт һөйөүселәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, үҫеп килеүсе быуынға яҡшы өлгө күрһәтә.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото Вил Шамғоловтың шәхси архивынан.