+28 °С
Болотло
Боронғо Һиндостан эсемлеге һаналған “алтын һөт” ҡан тамырҙарын таҙарта, иммунитетты нығыта, вирустарға һәм бактерияларға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, артрит һәм остеохондроз булғанда ауыртыуҙарҙы баҫа.
50 грамм һары куркума порошогына ике тапҡыр күберәк һыу ҡушып болғатабыҙ. Шыйыҡ ҡаймаҡ рәүешенә килгән ҡатнашманы утҡа ҡуябыҙ. Болғатып тороп, 5-7 минут бешерәбеҙ.
Һыуынғас, быяла банкаға тултырып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Йоҡлар алдынан бер стакан һөт ҡайнатып, шуға бер сәй ҡалағы куркума пастаһын һалып болғатабыҙ. Бал ҡабып, һөттө эсеп ҡуябыҙ.
Йылына бер тапҡыр 40 көн эсергә.