Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
9 Ғинуар 2024, 03:14

Быйыл ниндәй закондар ғәмәлгә инә?

Яңы йылда ил халҡын яңылыҡтар көтә. Уларҙың күбеһе мәғариф һәм социаль өлкәләргә ҡағыла. Һеҙҙең иғтибарға уларҙың иң мөһимдәре тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ.

Быйыл ниндәй закондар ғәмәлгә инә?Быйыл ниндәй закондар ғәмәлгә инә?
Быйыл ниндәй закондар ғәмәлгә инә?

1 ғинуарҙан эшләмәүсе пенсионерҙарға пенсия күләме 7,5 процентҡа күтәрелде. Һөҙөмтәлә, страховка түләүҙәренең уртаса күләме, 1572 һумға артып, 22605 һум тәшкил итә. Ә ҡартлыҡ буйынса пенсиялар, 1631 һумға артып, 23449 һумға етәсәк. Яңылыҡ 32 миллион гражданға ҡағыла.

Бынан тыш, индексациялау элекке хәрбиҙәргә, шулай уҡ радиациянан зыян күреүселәргә, инвалидлығы булған пенсионерҙарға һәм ветерандарға ҡағыласаҡ: уларҙың пенсияһы 2024 йылдың
1 октябренән 4,5 процентҡа артасаҡ.

КОММУНАЛЬ ХЕҘМӘТТӘРГӘ ТҮЛӘҮ ӨСӨН КОМИССИЯ ҒӘМӘЛДӘН СЫҒАРЫЛА

2024 йылдың 1 июленән банктар тораҡ-коммуналь хеҙмәттәр (ТКХ) өсөн түләүҙә түбәндәге категория граждандарҙан комиссия алыуҙы туҡтата: пенсионерҙар; инвалидтар; аҙ кереме булғандар; һуғыш хәрәкәттәре ветерандары.
Шулай уҡ, социаль ярҙамға мохтаж булған ҡайһы бер башҡа категория граждандарҙан да. Әлеге ҡарарҙы Президент Владимир Путин “тура бәйләнеш” ваҡытында иғлан итте.

МИНИМАЛЬ ХЕҘМӘТ ХАҠЫ – 19242 һум

Быйыл рекордлы индексациялау йәшәү минимумының минималь күләменә лә (МРОТ) ҡағыласаҡ. Түләүҙәр суммаһы 19242 һум тәшкил итәсәк. Сағыштырыу өсөн, 2023 йылда МРОТ өс мең һумға әҙерәк ине.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, элек йәшәү минимумына тиңләштерелгән эшһеҙлек буйынса иҫәпләүҙәр киләһе йылда 1,5 тапҡыр кәметеләсәк – барлығы 13751 һум.

ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫ АРТҠАНДАН-АРТА!

1 февралдән Рәсәйҙә әсәлек капиталы буйынса түләүҙәр суммаһы 7,5 процентҡа артасаҡ һәм, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, беренсе бала өсөн – 631 мең һум, икенсе һәм унан һуңғы балалар өсөн 834 мең һум тәшкил итәсәк.

Алынған аҡсаны ата-әсәләр түбәнгедәгеләргә тотона ала:
* һәр ғаилә ағзаһына өлөш бүлеп биреләсәк ипотекаға йәки булған тораҡты яҡшыртыу өсөн;
* балалар тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә;
* ғаиләлә теләһә ҡайһы баланы уҡытыуға;
* әсәлек пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыуға.

Был түләүҙәрҙән Рәсәйҙең миллиондан ашыу ғаиләһе файҙалана аласаҡ, тип көтөлә. Бынан тыш, быйыл әсәлек капиталын ҡулланыуға хоҡуҡтарҙы киңәйтеү тураһында закон проекты үҙ көсөнә инеүе бар. Ул ҡабул ителгән осраҡта ата-әсәләр был аҡсаны ике һәм унан да күберәк хужалары булған таунхаустар, дуплекстар һәм лейнхаустар булған ҡоролмаларҙы яҡшыртыуға һәм реконструкциялауға тотоноу мөмкинлеге аласаҡ.

АРМИЯҒА 30 ЙӘШКӘ ҠӘҘӘР АЛАЛАР

2024 йылдың 1 ғинуарынан армияға саҡырыу йәшен үҙгәртеү тураһындағы закон үҙ көсөнә инде. Элек, сәләмәтлеге буйынса тайпылыштары һәм ғәскәрҙәр төрҙәре буйынса сикләүҙәре булмаған 18 йәштән 27 йәшкә ҡәҙәр граждандар хеҙмәт итергә яраҡлы, тип һаналды. Быйылдан алып юғары йәш сиге 30 йәшкә ҡәҙәр күтәреләсәк, түбәнгеһе үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.

27 йәшкә еткән һәм инде запаста булған рәсәйҙәр саҡырылмаясаҡ. Ҡалғандар иһә тейешле категорияға 30 йәштән һуң ғына эләгәсәк.

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

2024-25 уҡыу йылының ҡабул итеү кампанияһында мәғариф өлкәһендә етди яңылыҡтар үҙ көсөнә инәсәк. Улар документтар тапшырыу һәм килеүселәр исемлеген төҙөү процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелгән.

Төп үҙгәрештәр юғары уҡыу йортона инеү өсөн ғариза биреү тәртибенә ҡағыласаҡ. Барлыҡ документтар махсус сервиста пәйҙә буласаҡ, унда сығарылыш уҡыусылары рейтингта үҙ позицияларын күҙәтә һәм төрлө билдәләр – “ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән” йәиһә “шанстар түбән” – ярҙамында кереү стратегияһын дөрөҫ төҙөй аласаҡ.
Авторизация “Дәүләт хеҙмәтьтәре” порталы аша буласаҡ. Яңы ҡағиҙәләр магистратураға керергә ниәтләгән уҡыусыларға ҡағылмаясаҡ.

ХЕҘМӘТ ДӘРЕСТӘРЕ - БАР УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН
Беренсе тапҡыр мәктәп уҡыусылары өсөн файҙалы хеҙмәт буйынса мәжбүри сәғәттәр индереү тураһында былтыр сентябрҙә үк һөйләй башладғайнылар. 1 ғинуарҙан әлеге закон үҙ көсөнә инде.

Хәҙер башланғыс һәм урта мәктәп уҡыусылары расписаниеһында класс бинаһын һәм мәктәп биләмәһен йыйыштырыуға, сәскәләр һәм ағастар ултыртыуға, шулай уҡ китапханала ярҙам итеүгә ваҡыт бүленәсәк. Элек балаларҙы эшкә бары тик ата-әсәләр рөхсәте менән генә йәлеп итергә мөмкин ине, хәҙер был кәрәк булмаясаҡ.

КЕҪӘ ТЕЛЕФОНЫН ДӘРЕСКӘ АЛЫП КЕРЕҮ ТЫЙЫЛА

Ошо көндәрҙә Президент Владимир Путин мәктәп уҡыусыларына дәрестәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы рәсми рәүештә тыйыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Мәктәпкә смартфондар алып килеү элеккесә рөхсәт ителә, әммә документҡа ярашлы, балалар уларҙы хәҙер ашығыс хәлдәрҙә – уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ғүмеренә хәүеф янағанда ғына файҙалана алалар.

Был сикләүҙән тыш, ҡабул ителгән закон тағын бер нисә үҙгәреш керетә. Мәҫәлән, педагогтарға кешелек дәрәжәһен хөрмәт итеү һәм мыҫҡыллауҙан һәм көс ҡулланыуҙан һаҡланыу хоҡуғы өҫтәмә рәүештә гарантиялана. Закондың күпселек ҡарарҙары рәсми рәүештә баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инә. Документтар тулы күләмдә 2024 йылдың

1 сентябренән эшләй башлаясаҡ, әммә телефондарҙы алып ҡуйыуҙы уҡытыусы хәҙер  үк талап итә ала.

ИНВАЛИД БАЛАЛАРҘЫН АТА-ӘСӘЛӘРЕНӘ ПОСОБИЕ
Быйыл түләүҙәр, шулай уҡ, балаларын даими ҡарау сәбәпле, өйҙән генә эшләй алған ата-әсәләргә лә киләсәк. Элек инвалидлыҡ буйынса пособиеларҙы, тейешле медицина һөҙөмтәһенән һуң, балалар ғына ала ине. Быға ҡәҙәр социаль ярҙам эшһеҙ граждандарға ғына бирелде.
Түләүҙәрҙе рәсмиләштереү өсөн:
туғанлыҡты раҫлау һәм табип заключениесе;
Хеҙмәт килешеүе йәки ГПХ буйынса дистанцион форматта тулы булмаған эш көнөнә рәсми урынлаштырылыу;
үҙмәшғүллек йәки шәхси эшҡыуар булыу тураһында документ кәрәк буласаҡ.

Хәҙерге ваҡытта инвалид баланы ҡарау буйынса пособие 10 мең һум тәшкил итә. Киләсәктә әлеге сумманың артыуы ихтимал.

ТРАНПОРТҠА ТЕХОСМОТР ҠИММӘТЛӘНӘ
2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә автомобилдәрҙе техник ҡарау хаҡтары  индексацияланасаҡ. Хеҙмәттең минималь хаҡы инфляция дәрәжәһенә пропорциональ рәүештә артасаҡ. Шул рәүешле, техник хеҙмәт күрһәтеү станцияһына мөрәжә ғәт итеү хаҡы еңел машиналар өсөн – 1187 һум, мотоциклдар һәм мотороллерҙар өсөн 417 һум тәшкил итәсәк.

Сағыштырыу өсөн, уҙған йыл хеҙмәтләндереү хаҡы 913 һум булған.

КРЕДИТ КАНИКУЛДАРЫ АЛЫП БУЛА
1 ғинуарҙан рәсәйҙәрҙең даими нигеҙҙә ҡулланыу кредиттары буйынса кредит каникулдарына хоҡуҡы тураһында закон үҙ көсөнә инде. Беренсе тапҡыр был ярҙам сараһы пандемия башында керетелгәйне, унан һуң бер нисә тапҡыр оҙайтылды һәм хәҙер, ниһәйәт, сикләнмәгән ваҡытҡа ҡабул ителде.
Кредит каникулдары шуны күҙ уңында тота: кереме кәмегән осраҡта кеше ярты йылға тәнәфес алырға һәм айлыҡ взностар түләмәҫкә лә мөмкин. Был ваҡытта проценттар иҫәпләнү дауам итәсәк, әммә кешене “неустойка”нан ҡотҡарасаҡтар һәм уның кредит тарихына был тәьҫир итмәйәсәк.

https://vk.com/chishme_gazite

Быйыл ниндәй закондар ғәмәлгә инә?
Быйыл ниндәй закондар ғәмәлгә инә?
Автор:
Читайте нас