Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
12 Ғинуар 2024, 11:44

Киске табынға - французса ит

Был ризыҡты әҙерләү өсөн фарш, картуф, сыр, помидор кәрәк буласаҡ. 

Киске табынға - французса итКиске табынға - французса ит
Киске табынға - французса ит

500 грамм тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып + уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре + тоҙ + борос өҫтәп = болғатып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.

Табаны майлап, иң тәүҙә 5-6 эре картуф турап йәйәбеҙ (йоҡа ғына телемләп киҫергә лә, фри кеүек һаламлап турарға ла мөмкин) + сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ + 3-4 баш һуғанды дүңгәләкләп турап йәйәбеҙ + ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты һалабыҙ + 2-3 помидорҙы түңәрәкләп теҙеп (помидор урынына бәшмәк һалырға ла мөмкин) + иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы ҡаймаҡ, йә майонез менән бутап һылайбыҙ. Сыр бөтә ризыҡты ҡаплап, бығып бешергә тейеш.

170-180 градуслы мейестә 1 сәғәт, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтө артыҡ ҡыҙармаһын тиһәгеҙ, фольга менән ҡаплап ҡуйырға була.

Иҫ киткес тәмле, туҡлыҡлы, батшалар һыйы әҙер! Аштарығыҙ тәмле, ялығыҙ файҙалы булһын, ҡәҙерле дуҫтар!

vk.com/club42796408?z=photo56794643_456248205%2Fwall-42796408_415

Киске табынға - французса ит
Киске табынға - французса ит
Автор:
Читайте нас