Организмды тонуста тотоу һәм үҙеңде яҡшы хис итер өсөн, тәбиғи булған витаминдар кәрәк. Ул ҡандағы холестеринды кәметә,артериаль баҫымды, бауыр эшмәкәрлеген көйләй.
Лимонлы һыу баш ауыртыуын баҫа. Яҙғы авитаминоз ваҡытында йәшәүгә дәрт, көс бирә.
Лимонлы һыуҙы әҙерләү:
имбирь- 2 аш ҡалағы (ҡырғыстан үткәрелгән);
һарымһаҡ- 4 теш;
лимон- 4шт;
һыу- 2 литр.
Лимонды ваҡлап турарға (тышы менән бергә), һарымһаҡты, имбирҙе ит турағысы аша үткәрергә, килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып һыу ҡойорға һәм утҡа ултыртып ҡайнатып сығарырға. Ҡайнап сыҡҡас та уттан алырға, һыуытырға. Һуңынан һөҙөп шешәләргә тултырырға. Эликсир әҙер!
Ҡулланыу: 1 стакан лимонлы һыуҙы ас ҡарынға ашар алдынан 1 сәғәт алда эсергә. Тәм өсөн бал ҡушырға мөмкин. 3 аҙна дауамында ҡулланғас 1 аҙна ял итергә тағы ла 1 курс дауам итергә.
Халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән рецептарҙы ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Фото: za-edoy.ru
Һау сәләмәт булығыҙ! .