Рулет рецебы.
Ҡамыр өсөн:
- 4 йомортҡа,
- 100 грамм шәкәр ҡомо (песок),
- 100 грамм он.
- 1 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель),
- 2 аш ҡалағы көнбағыш майы,
- 2 аш ҡалағы ҡайнар һыу.
Йомортҡаға шәкәр ҡомо һалып, йомортҡа аҡ төҫкә кергәнсе миксер менән ҡабартабыҙ. Артабан ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) менән онды бергә бутап, йомортҡаға һалып әкрен генә болғатабыҙ, аҫтан өҫкә таба. Һуңынан, май менән ҡайнар һыуҙы һалып болғатабыҙ ҙа, пергамент йәйелгән табаға һалабыҙ.180-200 градуста бешерәбеҙ. Тиҙ бешә, 10-12 минутта. Духовканан алғас, пергаментын алып, икенсе пергамент ҡағыҙына төрөргә. Шулай уҡ таҫтымалға төрөп ҡуябыҙ. Бисквит һыуынһын өсөн. Ул арала крем яһайбыҙ.
Крем өсөн:
200 грамм сливки 33 процентлы һөт өҫтө (сливки) , 150 грамм эремсек (эремсекле сыр), 70 грамм шәкәр пудраһы алына.
Бер төрлө масса барлыҡҡа килгәнсе барыһын да миксер менән болғатабыҙ.
Һыуынған бисквитҡа крем һылап, рулетты төрөп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Уны лимон менән йәик үҙегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Авт. Айзиля Рахматуллина
tatarmilli